Новости
23 Июля , 11:02

Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй

Районда ер алған, йорт төҙөгән йәки һатып алған һәр кем кадастр инженерҙары менән яҡшы таныш. Сөнки тап улар ер биләмәһенең сиктәрен, объекттарҙың характеристикаһын аныҡлау һәм улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт кадастр реестрына (ЕГРН) индереү менән шөғөлләнә.

Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәйЗаконды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй
Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй

Эльза Исҡужинаның кадастр инженеры булып эшләй башлауына байтаҡ ваҡыт үткән. Бөгөнгө көндә ул үҙ өлкәһендә тәжрибәле белгес.

Башҡорт дәүләт аграр университетының “Ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы” факультетының “Ер төҙөлөшө” йүнәлеше буйынса юғары белем алып, дипломлы булғас, райондағы “Землемер” муниципаль-унитар предприятиеһына эшкә урынлаша. 2013 йылда кадастр инженеры һөнәренә имтихан тапшырып, Белореттан белгес Рөстәм Сәхийәров менән шәхси эшҡыуарлыҡ эшен асып ебәрәләр. Шунан алып Эльза Йыһанур ҡыҙы ер үлсәү, межа планы, техник пландар, тикшереү акты, карта-план төҙөү, әҙерләнгән документтарҙы Росреестрға индереү кеүек һәм башҡа бихисап эштәрҙе алып бара.   

-Бөрйәндә 3 кадастр инженеры - Рәил Рахманғолов, Ғәзиз Ғүмәров һәм мин. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп, килешеп эшләйбеҙ. Былтыр контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам нигеҙендә 350 мең һумлыҡ грант алыуға ирештем. Был аҡсаны кабинетҡа ремонт эшләүгә, йыһаз алыуға тотондом.

Ерҙе үлсәү буйынса Белореттан Рауил Сәхийәров менән хеҙмәттәшлек итәм, ә өйҙәрҙе үлсәргә үҙем йөрөйөм.

Бөгөнгө көндә Бөрйәндә Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт ауылдарында ер табыу – бик ауыр мәсьәлә. Ер эҙләүсе берәй вариант тапһа, тәүҙә беҙгә инеп тикшертә: торлаҡ биләмәһенә ҡараймы, һаҡлаулы ер түгелме, үлсәмдәре тура киләме, йылғаға ныҡ яҡын түгелме – барыһын да карта аша ҡарайбыҙ. Әгәр ҙә бөтә параметрҙар буйынса ла тура килһә, схема эшләтеп, “Дәүләт ҡушымтаһы” аша Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза ебәрелә. Ғариза 30 көн Бөтә Рәсәй сайтында тора. Әгәр ҙә ул ергә дәғүә итеп башҡа бер кем дә ғариза яҙмаһа, ерҙе аукционһыҙ ғына алырға мөмкин. Был осраҡта гражданин ерҙе рәсмиләштереү һәм аренда өсөн генә түләй. 3 йыл эсендә йорт төҙөп, ерҙе үҙ милкенә әйләндерһә – ерҙең тулы хаҡынан 3 процент менән һатып ала.  Ә ул һайлаған ергә дәғүә итеп тағы бер ғариза теркәлһә, ер аукционға ҡуйыла. Был осраҡта аренда өсөн түләү хаҡы арта, кеше йорт һалып, үҙ милкенә күсерткән ваҡытта тулы кадастр хаҡы менән һатып алырға тейеш була.

Яңы закон буйынса ерҙе документлаштырыуҙың срогы - 3 йыл. Әгәр ҙә ер кеше милкендә, арендала йәки күп балалы ғаиләгә бирелгән ер булып та, ҡый баҫып, йорт-ҡураһы емерелеп торһа, был ер  тартып алына. Әлбиттә, башта кешегә иҫкәртеү буласаҡ, штраф һалынасаҡ, һаман да сара күрелмәһә, ер суд аша тартып алынып, дәүләт милкенә әйләнәсәк. Был закон 2028 йылдың мартынан көсөнә инә.

Әлеге ваҡытта өй төҙөр өсөн минималь ер күләме Иҫке Собханғолда 5 сутый, максималь – 15 сутый. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн ер участкаһы - иң кәме 3 сутый, иң күбе - 25 сутый. Бесән эшләү өсөн максималь ер күләме - 2 гектар. Алдағы йылдарҙа күберәк ер алғандарҙың да килешеүе тарҡатылып, яңынан килешеүҙәр төҙөлә башланы. Барлыҡ ерҙәр аукцион аша бирелә. “Ялан биләмәләрендә шәхси хужалыҡҡа ярҙамға” тип яҙылһа ғына сауҙаһыҙ алырға мөмкин.

Йыл һайын, хатта йылына бер нисә тапҡыр закондарға үҙгәрештәр инеп тора. Бөгөнгө көндә бөтә кеше лә ғариза яҙып, Рәсәйҙең теләгән төбәгенән ер алырға мөмкин.

Район халҡы иң киң ҡулланған хеҙмәт – өйҙәргә документ эшләтеү. Уның өсөн паспорт, СНИЛС, ерҙең документы ғына талап ителә. Минең менән килешеү төҙөгәндән һуң йортто барып үлсәп, документын эшләп бирәм. Документлаштырыу өсөн өйҙөң, нигеҙҙә, ҡыйығы ябылған, тәҙрә-ишек ҡуйылған, иҙән-түбәһе һалынған булырға тейеш. Шулай уҡ хәҙер капиталь фундаментта (ер менән тығыҙ бәйләнештә булған нигеҙле, свайҙар инмәй)  булған һарай, мунса, хатта теплицаға ла документ эшләтергә кәрәк.

Бәхәсле мәсьәләләр ҙә осрай – документта ерҙең майҙаны бер төрлө, барып үлсәһәң, икенсе төрлө була. Күршеләр бер-береһенең биләмәһенә инеү осраҡтары күп. Шуның өсөн ер, өй һатып алғанда иң беренсе беҙҙең аша тикшертергә, арестамы, юҡмы икәнен белешергә кәрәк. 

Шулай уҡ йорт төҙөгәндә билдәләнгән талаптарҙы үтәү зарур – йорт урам яғынан 5 метр, ҡалған төҙөлөштәр баҡсанан 3 метр ара (утынлыҡ – 1 метр) ҡалдырылып төҙөлөргә тейеш. Төҙөлөш объекттарын яҡын ултыртып, судлашып йөрөүселәрҙә юҡ түгел.

Закондарҙы белмәү берәүҙе лә яуаплылыҡтан азат итмәй. Район халҡын ерҙәренә, өйҙәренә ваҡытында документ эшләтергә саҡырам. Сөнки, әйтеүемсә, закондар көн һайын үҙгәрә, бөтә мөлкәтте рәсмиләштереп, документ эшләтеп, тыныс күңел менән йәшәүгә бер ни етмәй, - ти Эльза Йыһанур ҡыҙы. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас