“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика шәфҡәтлелек акцияһы БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан быйыл 14-се тапҡыр үткәрелә.
Сараның маҡсаты – әҙ тәьмин ителгән, күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итеү. Был акцияға район учреждение-ойошмалары, төрлө йәмәғәт советтары, шәхси кешеләр йыл да етди ҡарай һәм әүҙем ҡатнаша. Быйыл да, акцияға старт бирелеү менән, дәррәү ҡушылдылар.
“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Д. И. Нәбиуллина:
- “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһында йыл һайын әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл акцияға тәүгеләрҙән булып Күп функциялы үҙәк ойошмаһы һәм Пенсия фонды ҡушылды. “Ватанды һаҡлаусылар” ойошмаһы етәксеһе Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы 2 йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт акцияға тәүгеләр рәтендә ҡушыла. Район хакимиәте, Мәғлүмәт-консультация үҙәге коллективтары йыл да ҙур сумма менән ярҙам итәләр. Шулай уҡ “Атайсал”, “Таң”редакцияһы, ЭСКБ, Бөрйән урмансылығы, мәҙәниәт бүлеге, ЗАГС, ветстанция, Урал аръяғы сәнәғәт колледжы коллективтары йыл һайын ҡатнашып, мәктәп кәрәк-яраҡтары алып килә. Быйыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары бик әүҙем булды. Һәр ауылдың ойошмаһы, ауылдарында ғаиләләрҙе яҡшы белгәс, кәрәк-яраҡты үҙҙәре үк йөрөп таратып сыҡтылар. Шәхси эшҡыуарҙарҙан Зилә Насретдинованың акцияға ҡушылмай ҡалғаны юҡ, быйыл да 10 мең һум күләмендә ярҙам алып килде. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, ағымдағы йылда ярҙам алып килеүсе шәхси кешеләр бихисап булды. Шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә, 113 524 һумға 96 ғаиләнән 102 балаға мәктәп кәрәк-ярағы тапшырылды.