Риэлтор – күсемһеҙ милек буйынса агент. Хәҙерге заманда риэлтор һөнәре киң танылыу алған һөнәрҙәрҙең береһе. Бигерәк тә ҡалала йорт, фатир һатып алыу, һатыу, фатирҙы ҡуртымға биреү һәм алыу һорауҙарын белгес менән берлектә хәл итеү яҡшы.
Районда күсемһеҙ милек буйынса берҙән-бер “Бер йорт” агентствоһы эшләй. Уны 2022 йылда Иҫке Собханғол ауылы егете Фидан Ҡолбирҙин асҡан. Кешегә ипле, йомшаҡ һүҙле, ярҙамсыл егеттең һөнәрҙәре бер нисәү - уҡытыусы, психолог, юрист. Бәләкәй сағында әсәһе уны адвокат булыр, тип фаразлаған. Фидан иһә үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай – юрист, ревизор, система администраторы, кредит инспекторы булып эшләй. Һөҙөмтәлә риэлтор һөнәрендә туҡтап ҡала. Яңы һөнәрҙе үҙләштереү өсөн махсус курс үтеп, ҡулына сертификат ала.
Йорт, фатир һатып алыусыларға дөрөҫ итеп документтар тултырыу, әсәлек капиталын нисек ҡулланыу, түбән ставка менән ипотека алыу һәм башҡа һорауҙар буйынса ярҙам итә ул. Уға райондаштары ғына түгел, Әбйәлил, Белорет, Йылайыр, Баймаҡ, Сибай ҡала һәм райондарынан да мөрәжәғәт итәләр.
“Эшем бик оҡшай. Риэлтор булып эшләү дәүеремдә үҙемдең клиенттарым барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, йәй айҙарында мин Ағиҙел йылғаһы буйлап сапбордтарҙа йөрөү ойошторам. Даими клиенттарыма сапбордта йөрөүгә сертификаттар бүләк итәм. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төрлө отош уйындары үткәрәм. Миңә мөрәжәғәт итеүселәр гел ҡәнәғәт ҡала, әлегә тиклем насар һүҙ ишеткәнем юҡ,” – ти, Фидан.
Йәш булыуына ҡарамай, шәхси эшен асып, ярайһы ғына уңыш ҡаҙанырға өлгөргән егет күптәргә өлгө булырлыҡ. Ныҡлы аяҡҡа баҫып, донъя ҡороу өсөн кәләше Рүзилә менән икәүләп тырыша улар.