Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2023, 14:15

Республиканың ишле ғаиләләре балаларын түләп уҡытҡан өсөн байтаҡ сумма аҡсаны кире ҡайтара ала

Закон ҡасан үҙ көсөнә инәсәк? Уға ҡайҙарҙа уҡыған балалар хоҡуҡлы?

Республиканың ишле ғаиләләре балаларын түләп уҡытҡан өсөн байтаҡ сумма аҡсаны кире ҡайтара ала
Республиканың ишле ғаиләләре балаларын түләп уҡытҡан өсөн байтаҡ сумма аҡсаны кире ҡайтара ала

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа күп балалы ғаиләләргә республика техникумдарында һәм колледждарында балаларҙы уҡытыу хаҡының яртыһын компенсациялау тураһындағы законға аңлатма бирҙеләр. Тейешле законды депутаттар республика парламентының һуңғы ултырышында ҡабул итте. Уға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Ул яңы уҡыу йылынан – сентябрҙә ғәмәлгә инәсәк. Компенсациялар уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса биреләсәк, йәғни тәүге компенсацияларҙы күп балалы ғаиләләр киләһе йылдың йәйендә аласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

«Компенсациялар өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә генә түгел, ә көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә бирелә, — тип өҫтәнеләр Ҡоролтайҙа. - Никахта торған, шулай уҡ тулы дәүләт тәьминәтендә булған балалар ғына был ҡағиҙәгә ҡаршы килә».

Шулай итеп, республиканың ишле ғаиләләре балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн 30 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара аласаҡ.

https://bash.bashinform.ru/articles/social/2023-08-11/respublikany-ishle-ail-l-re-balalar-y-t-l-p-u-yt-an-s-n-30-me-um-a-tiklem-a-sany-kire-aytara-ala-3382753

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: