Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 14:51

Мөһим эш тураһында ҡыҙыҡлы итеп

“Транснефть – Урал” АЙ-һының йәш белгестәре мәктәптәрҙә тематик дәрестәр үткәрҙе.

Нефтте транспортировкалауҙың иң ышаныслы ысулы ниндәй икәнлеген беләһегеҙме? Магистраль насос бер сәғәт эсендә күпме нефтте һурҙырып ағыҙа? “Транснефть” компанияһында иң кәрәкле һөнәр эйәләре кем? Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ҡурған өлкәләренең юғары класс уҡыусылары хәҙер еңел яуап бирә ала. Быларҙың барыһы ла “Транснефть – Урал” АЙ-һының йәш белгестәре үткәргән ҡыҙыҡлы дәрестәрҙең һөҙөмтәһе.

Асыҡ дәрестәрҙең уҡыу йылының нәҡ беренсе айында уҡ ойошторолоуы бер ҙә осраҡлы түгел. “Транснефть – Урал” хеҙмәткәрҙәре  сентябрҙә һөнәри байрамы – Нефтселәр көнөн билдәләне бит. Әммә сентябрь айын һайлауҙың икенсе, хатта тағы ла мөһимерәк сәбәбе бар - “Транснефттәге” эш менән ҡыҙыҡһынған юғары класс уҡыусыларының алдында теүәл фәндәргә ныҡлап иғтибар биреү өсөн бер йыл ваҡыттары бар. Асыҡ дәрестәрҙең һөҙөмтәһенә ҡарағанда, ундай уҡыусылар күп буласаҡ.

Ялҡытҡыс монолог урынына нефть белгестәре мәктәп уҡыусыларына йәнле диалог тәҡдим итте – алып барыусылар үҙ эштәре тураһында ғына һөйләп ҡалманы, ә балаларҙың эрудицияһын тикшереп, һөйләшеү өсөн темалар ҙа тәҡдим итте. Ошондай әүҙемлелек дәрестәрҙе үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы итте. Бынан тыш уҡыусылар тармаҡтың үткәргес торба һалыусыһы һәм тауар операторы, диспетчер һәм технологик ҡоролмаларҙы ремонтлау слесары кеүек һөнәрҙәр тураһында йәнле видеороликтар ҡарап, тейешле мәғлүмәт алды. Йәш белгестәр “Транснефть” предприятиеларының күп һанлы ҡала, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, мәғариф, медицина, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө тураһында ла һөйләне. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә бындай миҫалдарҙы килтерергә лә кәрәкмәне. Сөнки асыҡ дәрестәр нәҡ компания ремонтлаған һәм йыһазландырған кластарҙа үтә ине.

- Бындай дәрестәр мәктәп уҡыусыларына торба һалыу транспорты эшмәкәрлеге тураһында төшөнсә бирә, шулай уҡ беҙҙең тармаҡтың эшсе һөнәрҙәрен популярлаштыра, уларҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген күрһәтә,-тип билдәләп үтте “Транснефть – Урал” АЙ-һының генераль директор урынбаҫары Асҡар Әминев. - Дәрестәрҙе үткәргән беҙҙең филиалдарҙың йәш белгестәре үҙҙәре яңыраҡ парта артында ултыра ине, шуға күрә уларға үҫмерҙәр менән уртаҡ тел табыуы еңелгә тура килде. Бынан тыш улар - әүҙем һәм белемгә ынтылған йәштәрҙең шәп белем һәм кәрәкле һөнәр өлгәшә алыуҙарының яҡшы өлгөһө ул.

Әйткәндәй, асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары араһында ата-әсәләре беҙҙең станцияларҙа эшләгәндәр ҙә бар ине. Һәм был балаларҙың күбеһе ата-әсәләренең хеҙмәтенә яңыса ҡарап, уның ни тиклем ҡатмарлы, киң һәм мөһим булыуын аңлай алды.

Бындай форматта үткән аралашыу нефть үткәреүселәргә лә, “ҡабул итеүсе яҡ” йәғни уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ла оҡшаны. Күп мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары киләсәктә “Транснефть – Урал”ды дәрес үткәрергә саҡырыуға әҙер. Иң мөһиме – шәп перспектива күрһәтелеүе менән уҡыусылар үҙҙәре лә ҡыҙыҡһынды. Юғары технологиялар, яуаплы һәм ҡыҙыҡлы һөнәр, бар ғүмереңде бағышларлыҡ мөһим эш – бына ул, яныңда ғына. Әлбиттә, тырышлыҡ һалырға кәрәк буласаҡ, әммә был туҡтатырға тейеш түгел. Сөнки уның һөҙөмтәһе быға лайыҡ!    

Читайте нас: