“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы тамамланыу алдында. Үткән аҙнала беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, Ағиҙелебеҙҙең үҙебеҙгә тейгән өлөшөндәге яр буйҙарын таҙалап ҡайттыҡ.
Беҙ ҡайтырға йыйына башлағас, килеп туҡтаған туристар төркөмөнөң етәкселәрелер инде, һеҙ беҙ килгәнгә ҡайтырға булдығыҙмы, беҙ һеҙгә ҡамасауланыҡмы әллә, тип һорай һалды. Быны ни өсөн яҙаммы?
Был урынға нисә йыл йөрөп, Ағиҙел ярҙарының быйылғы һымаҡ та бысранғанын күргән юҡ ине. Бөтә ерҙә араҡы, һыра шешәләре, ризыҡ ҡаптары, башҡа сүп-сар... Әрәмә аралары ла, аяҡ аҫты ла тулған улар менән. Нимә булған? Сәбәп нимәлә?
Был хәл сит илдәрҙең байтағына сығыу ауырлашыу сәбәпле, үҙебеҙҙә ял итергә теләүселәрҙең артыуының “емешелер”, күрәһең.
Бер урындан ғына ла ҡыҙҙар 18 һыра шешәһе йыйып алды...
Эшебеҙҙе тамамлағас, ғәҙәттә, шундағы бер туҡталҡала үләнле сәй эсеп ҡайтыуҙы ғәҙәт иткәнбеҙ. Сөнки усаҡ урыны ла, өҫтәл-эскәмйәләр ҙә бар. Тик был юлы туҡталҡа ла хайран итте. Барып етмәҫ борон бөтә ергә туҙған сүп-сар ҡаршы алды. Элек өс яғынан таҡта ҡатылып, усаҡ тирәләй ултырырға урын эшләнгән усаҡлыҡ та аптыратты: эскәмйә ролен үтәгән таҡталарҙың остары ғына ятып ҡалған. Һурып алып, үртәгәндәр, утын иткәндәр...
Самауырыбыҙҙы ҡайнатып, сәй эсеп ултырғанда, яр буйынан туристар килеп сыҡты. Ижевск ҡалаһынанбыҙ, тинеләр. Был һыуыҡта нимә тип йонсоп йөрөйҙәр икән, тип ҡуйҙыҡ. Күмәктәр үҙҙәре. Улар эргәләге усаҡлыҡ тирәһенә урынлаша башланы.
Беҙ ҡайтырға йыйына башлағас, етәкселәрелер инде, һеҙ беҙ килгәнгә ҡайтырға булдығыҙмы, беҙ һеҙгә ҡамасауланыҡмы әллә, тип һорай һалды. Быны ни өсөн яҙаммы? Ситтән ял итергә хулигандар, эскеселәр түгел, ғәҙәттә, культуралы ял итергә тырышҡан, тәбиғәтте яратҡан кешеләр килә. Уларҙың теге эскәмйә-таҡталарҙы үртәп китеренә ышанып булмаған һымаҡ. Хәйер, барҙыр инде әҙәмдең алаһы ла, ҡолаһы ла...
Ә беҙ, дөрөҫөн генә яҙғанда, эргә-тирәне күмгән сүп-сар өсөн оялып, тиҙерәк шылыу яғын ҡараныҡ. Сөнки уларҙы беҙҙең көс менән генә йыйып бөтөрлөк түгел... Кәмендә бер тракторға көнө буйы эйәреп йөрөп тейәгәндә генә бөтөрөргә мөмкин.
Һорау тыуа. Ошо туҡталҡаларҙы булдырған кешеләр шул туҡталҡа биләмәһенең таҙалығы өсөн дә яуаплы булырға тейеш түгелме икән? Ҡый һауыттары урынлаштырылып, уларҙағы сүп-сар аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла сығарылып торһа, ошо хәл килеп тыумаҫ ине, моғайын...