Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2021, 12:00

Йәш ата-әсәләр өсөн шәп яңылыҡ үҙ көсөнә инде!

Был яңылыҡ 8 йәшкә тиклемге балалары булғандар өсөн.

Йәш ата-әсәләр өсөн шәп яңылыҡ үҙ көсөнә инде!
Йәш ата-әсәләр өсөн шәп яңылыҡ үҙ көсөнә инде!

Был яңылыҡ 8 йәшкә тиклемге балалары булғандар өсөн.

8 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр өсөн матур яңылыҡ бар – 2021 йылдың 1 сентябренән 8 йәшкә тиклемге бала менән “больничныйға” китергә тура килгән хәлдә сирләәп киткән баланы эшенән айырылып ҡараусы ата-әсәгә больничный уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнәсәк. Белеүебеҙсә, был түләү элек стажға бәйле ине.

Әгәр стажың 5 йылдан әҙ икән – уртаса эш хаҡының 60, 5 йылдан 8 йылға тиклем икән – уртаса эш хаҡының 80 проценты күләмендә түләнде. Бары тик стаждары 8 йылдан артҡандар ғына уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә “больничныйға” өмөт итә алды.

Яңы сара әле хеҙмәт тәжрибәһе йыйып өлгөрмәгән йәш ата-әсәләрҙе яҡлауҙы күҙ уңында тота. Өҫтәүенә, йәш балалар йыш ауырып бара.

Әлбиттә, яңы закон эшкә яраҡһыҙлыҡты иҫәпләүгә генә ҡағыла, тимәк, ваҡыты әүәлгесә ҡала – 7 йәшкә тиклемге сирле балаларҙы ҡарау өсөн 60 көн, 7 йәштән 15 йәшкә тиклемгеләре өсөн – 45 көн.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: