Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2021, 15:12

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда етештереү ҡеүәтен яңырта

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан республикаһында етештереү ҡеүәтен яңыртыуҙы дауам итә.

Техник реконструкциялау программаһы үҙ эсенә бик күп пункттарҙы ала:магистраль агрегаттарҙы, автоматика системаһын алмаштырыу, резервуар паркын яңыртыу һ.б. бик күп нәмәләр. Ошо бөтә саралар комплексының маҡсаты- "Транснефт"тең иң төп мәсьәләһен үтәү. Ул да булһа нефть һәм нефть продукттарын өҙлөкһөҙ, хәүефһеҙ итеп күсереүҙе тәьмин итеү. Ошо эштең мөһим йүнәлеше ул әлбиттә,магистраль торба үткәргестәрҙең һыҙыҡлы өлөшөн төҙөкләндереү, сөнки, нәҡ улар торба үткәргестәр транспортының эксплуатацияланыусы ышанысын арттыра.

Күптән түгел Саҡмағош районында Ҡалтасы-Өфө 2 ( был магистралдән Өфө нефть эшкәртеү заводтарының бер төркөмөнә нефть оҙатыла, үҙ заманында илдә беренсе тапҡыр механик бүлгестәр ҡулланып тоҙҙан таҙартылған һәм сей нефтте уңышлы ҡыуыу ойошторолған)

яңы магистраль нефть үткәргес участкаһын тоташтырыу эштәре тамамланды. Участканың оҙонлоғо , шул иҫәптән, Сәрмәсән йылғаһы үткәүеле лә, 6 километрҙан ашыу тәшкил итә.

Яңы участканың юғары ышанысын тәьмин итеү өсөн,уны төҙөүҙә өс ҡатлы полиэтилен ҡапламалы торбалар файҙаланылды. Шул уҡ ваҡытта һәр бер торба етештереүсе заводында ультратауыш контролен үтте: йәбештерелгән йөйҙәрҙең һәм металдың сифаты баһаланды.Бынан тыш, белгестәр иретеп йәбештерелгән ялғанмалар сифатын визуаль һәм үлсәү, рентгенографик һәм ультратауыш методтары менән тағы ла бер тапҡыр тикшереп сыҡты.

Әйткәндәй, «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең дефектоскопия белгестәре күп тапҡыр Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсы еңеүселәре булды. Шулай уҡ был участкала гидравлик һынауҙар үткәрелде, был уның тулыһынса герметик участка икәнен иҫбатлай.

- Торбаларҙы һалыуҙан башҡа,участканы төҙөкләндереү өсөн бик ҙур комплекслы эштәр башҡарылды,- тип билдәләне «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Данир Әхмәров .

- Атап әйткәндә, ике тоташтырыу арматураһы төҙөлдө ,йәшендән һаҡлауҙы тәьмин итеү,ергә тоташтырыу тәьмин ителде, контроль һәм идаралыҡ пункттары блок-контейнерҙары ҡуйылды.

Электр селтәре хужалығын реконструкциялау катод системаһын тотороҡло энергия менән тәьмин итеүҙе гарантиялай.

Иң яуаплы мәл- нефть үткәргестәрҙең Сәрмәсән йылғаһы аша һыу аҫты үткәүелен төҙөү .Оҙонлоғо 200 метрҙан ашыу. Шул уҡ ваҡытта торбаларҙы балластировкалау һәм хәлдәрҙе тотороҡландырыу өсөн 90 комплектлы ауырлығы 45 тонна булған бетон ауырайтҡыстары ҡулланылды.

Оҙон участканы, бигерәк тә һыу аҫты үткәүелен алмаштырыу Ҡалтасы-Өфө2 магистраль нефть үткәргестәре эштәренең ышанысын күп тапҡырға арттырасаҡ.

Читайте нас: