Байғаҙы ауылы һырты ашаһындағы 91, 92-се кварталдарҙа урман янғыны туҡтамай. Бының сәбәбе билдәле – көндәрҙең самаһыҙ эҫе тороуы һәм ямғырҙар яумауы.
Аҡбейектә барған урман янғыны хаҡында бынан алда ла яҙып сыҡҡайныҡ. 16 августа был биләмәлә туҡтатылған тип һаналған янғын өсөнсө тапҡыр ҡабаттан көсәйеп тоҡанып китә.
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һәм Байғаҙы ауылы кешеләре ярҙамында кисәге көн яландың көньяҡ сигенән Ҡарамалы йылғаһына тиклемге аралыҡта янғын туҡтатыла. Бесәне сабып алынған яланға ла, баҡтиһәң, ут һикерә икән. Бында ла тиҙ арала ситләтеп һөрөү юлы менән янғын таралыуға юл ҡуйылмаған.
Байғаҙы ауылынан Иҙел Рәхмәтуллин менән Юнир Динисламов атлы егеттәр үҙҙәренең МТЗ-82 тәгәрмәсле тракторҙары менән урмандың сиҙәмен һөрөп, ут-ялҡын аша үтмәҫлек итеп ҡуйғандар. Ошо ауылдан улы Айтуған менән Абдулбарый Иҫәнбаевтың да ут һүндереүҙә ярҙамдары ҙур булды. Шулай уҡ ДТ-75 маркалы сылбырлы һөргөс таҡҡан тракторҙа Нәби ауылынан Әхтәр Һатыбалов та ике көн буйына яландан Ҡарамалы йылғаһына тиклем яҫы итеп сиҙәм ер аҡтарыуҙа тырышлыҡ күрһәтә.
Көньяҡ Үҙән лесничествоһы леснигы Кәбир Миндеғолов, Динар Туҡбаев, урман һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Венер Татлыбаев, Белорет районынан “Селена” урман хужалығы участковыйы Айнур Әмировтар аҙнанан ашыу инде янғын һүндереүҙә. Ә Кәбир үҙенең ярҙамсылары менән Үҙән буйындағы аласыҡта йоҡлап йөрөп эшләйҙәр икән хатта.
Бынан тыш, Стәрлетамаҡ районынан Рәфис Фәйзуллин үҙе менән бергә Учалы районынан егеттәр алып килгән. Рәфис бынан алда ла килеп, ут һүндереү тәжрибәһе туплап ҡайтҡан кеше.
Эш барған ерҙә ашы ла бара, тигәндәй,йылы аш ашатыу яғы ла ҡаралған. Продукты йүнләү, алып барыу, янғын һүндереүселәрҙең эшен тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек эштәрҙе Раяз Хәкимовҡа йөкмәтелгән. Ә инде аш-һыу бешереүҙе, өҫтәл әҙерләүҙе был көн Ағиҙел ҡасабаһынан Миңлегөл Иманғолова хәстәрләне.
Һыу менән тәьмин итергә тейешле янғын һүндереү машинаһының бер аҙ һуңлаңҡырап килеүе эште бер аҙ тотҡарлап торһа ла, Ирек Шәмиғолов аптырап ҡалманы, һыу һиптергестәрҙе Үҙән йылғаһына төшөп тултырып алып сыҡты.
Ялан ситенән алып Ҡарамалы йылғаһы үҙәненә тиклемге ярты километр аралағы янып, быҫҡып ятҡан ут һүндерелде. Ул ғына ла түгел, янып ултырған ҡыу ағастар йығылып, уттан ситкә алынды.
Ҡайҙа ҡарама – төтөн, ыҫ еҫе аңҡып тора. 20-шәр метр бейеклектә янған ап-аҡ ҡайындарҙың дөм ҡара булып, яңы баш ҡалҡытып килгән йәш үҫентеләрҙең ҡара көйөп ултырыуы – йән әсеткес. Ҙур-ҙур ҡырмыҫҡа иләүҙәренең янып ергә һеңеүе, үләндәрҙең көйөп, көлгә әйләнеүе бигерәк аяныслы. Кисә генә йәм-йәшел булып ултырған был тирәләге урмандан бөгөн шомло картина хасил булған. Урман күрке – япраҡ, тигәндәй, һаҡ булайыҡ, һаҡсыл булайыҡ, берҙәм булайыҡ, райондаштар!
Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ.
Автор фотолары.