Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2021, 10:00

Күрәпәтем шул булғандыр инде... (дауамы)

Яҙмыш күлдәк түгел шул: уны сисеп ташлап та, алыштырып та, теләгән генәһен кейеп тә булмай. Күрәпәтен* күрмәй кеше гүргән инмәй, тиер ине өләсәйем. Минең күрәпәтем шул булғандыр инде... Яҙмыштан уҙмыш юҡ.

Күрәпәтем шул булғандыр инде... (дауамы)
Күрәпәтем шул булғандыр инде... (дауамы)

Күлдәк шул һалған урынында ята. Тартып алып, таратып ебәрҙем. Күпереп кенә китте. Үтекләү ҙә кәрәкмәй. Бигерәк ҡупшы, тас үҙемә генә үлсәп тегелгән һымаҡ ине шул... Теге мәл Өфөгә алып барғас, ятаҡта ҡыҙҙар ай-вайыма ҡуймай кейҙереп ҡарағас, саҡ ҡына оҙон икәнлеген күреп, бүлмәләш ҡыҙҙарҙың береһе, армиянан ҡайтыу менән өйләнешербеҙ, тигәс егетең, ҡабалан булып китер ул мәлдә, ҡана, үҙеңә таман ғына итеп эшләп ҡуяйыҡ, тип бик оҫта итеп йәтешләп кенә ҡыҫҡартып та ҡуйғайны.

Күлдәгемде кейергә ҡыймайыраҡ тышҡа сыҡтым. Инде ишек алдына эшләнгән япма аҫтына ҡунаҡтар ултыра ла башлаған. Шул ваҡыт ике ҡайынбикәмдең аласыҡ артындағы бауға эленгән теге күлдәк эргәһендә һөйләгән хәбәре ҡолағыма салынып ҡалды бит.

-Әрпеш. Ҡайһы тиклем күлдәгемде әрәм итте. Күпме кешегә прокатҡа биреп тороп та был хәлгә ҡалдырыусы булмағайны.

-Буштың ҡәҙере буламы ней?

-Хәлим инәлеп һорағас, биреп торғайным шул.

-Һатып бирергә кәрәк булған. Барыбер атайҙың бөтә донъяһын улар тотона. Беҙгә буш нимә тейгәне бар әле?

-Эсеүҙән башы сыҡмаған Хәлим туҙҙырып бөтә ул атайҙың донъяһын.

-Күрмәгәнен күрҙе. Төшөндә лә күрмәгән байлыҡ өсөн сат йәбеште инде Хәлимгә...

-Хәлимде тотор өсөн өҫтө-өҫтөнә бала табып, әсәйҙәрҙең донъяһының аҫтын өҫкә әйләндерә ул, күреп тор. Башҡа нимәгә эшкинер тейең. Шамтыр!

...Аяҡ быуындарым йомшарып китте. Хәлим бит, апайым бер тапҡыр ғына кейгән дә, барыбер буш тора, ошоно кейһен килен, тип бирҙе, тигәйне. Минең яңы күлдәк алдырғым килһә лә, ҡәйнәм, ике көн өсөн анау сама аҡса әрәм итеп тормаҫһығыҙ инде, тип ҡырт киҫеп кенә ҡуйғас, риза булғайным шул.

Тамағыма тығылған төйөрҙө йота алмай торҙом, ҡайынбикәләрҙең һүҙҙәре йөрәгемде телде. Кире өйгә йүгерҙем. Башта сығып ҡасҡым килгәйне был туйҙан. Әсәйем менән атайымды уйлап, туҡтап ҡалдым. Шунан дыуамал бер ҡарарға килеп, теге күлдәкте кейҙем. Ҡунаҡтар алдына сыҡҡас, аһ иттеләр. Бигерәк килешә ине был күлдәк. Минән кәүҙәгә саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡайынбикәнең күлдәге, әлбиттә, миңә киңерәк тә, оҙонораҡ та ине шул.

Туй үтте шулай. Буйтым булып алған Хәлимдең минең күлдәктә эше булманы. Туй аҙағына уны һөйрәп индереп, мунса соланына һалдылар...

Кеше ыңғайына йәшәп киттек. Яҙмышыма күнеп, ғаиләмдең ҡут-ҡотон һаҡларға, уға йылы өрөргә тырыштым.  Башта Хәлим дә үҙенсә тырышҡан һымаҡ ине. Тик тора-бара эсеп ҡайтыуҙары йышайҙы. Эсһә, йоҡоно белмәй. Төндәр буйы һөйләй ҙә һөйләй. Етмәһә, мине урамдағы бағананан да ҡыҙғана. Һәр хәбәре тиерлек туйҙа апайының күлдәген әрәм итеүемә бара ла ҡаҙала.

Бер-бер артлы ике балабыҙ донъяға килде. Улар менән мәж килеп, күңел бушлығым бер ни тиклем тулыланғандай булды. Тик улар ҙа үҫте хәҙер. Теге бушлыҡ яңынан ялмап алды йәнде. Бешергән аштарым ултырып һыуына, йәме лә, тәме лә бөтә. Ир төндә ҡайтып инеп, һоҫаланып тығына ла, ҡарҡ кикереп, ятып йоҡлай йә докладын башлай. Былай бер тапҡыр ҙа ҡул күтәргәне булманы. Айыҡһа, их, ташлай алмайым бит, һине усымда ғына йөрөткөм килә, тип илай ҡайһы саҡ. Йәлләйем мин уны шулай ҙа. Ысынлап та, сирҙер инде. Әллә ниндәй уҡыған, аҡыллы кешеләр ҙә шул зәхмәткә бирелеп ҡуя бит.

Моғайын, һине Ғәлинурҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындыралыр. Ул минең атайымдың ике туған һеңлеһенең ҡыҙына өйләнде. Ләкин аралашмайбыҙ. Оҙаҡ йылдар себерҙә йәшәнеләр. Ҡайтҡандарына 2 йыл. Бына тигән итеп өй һалып инделәр. Ҡатыны һатыусы булып эшкә төштө. Ғәлинур хәҙер себергә вахта менән йөрөп эшләй.

Донъям теүәл дә ул, тик йөрәк буп-буш. Гүйә, үҙемдекен түгел, кемдеңдер тормошон йәшәнем һымаҡ. Башта атайым менән әсәйемде тыңлап, яҙмышымда ҡырҡа боролош яһаным, унан ирҙең, ҡәйнәнең кәлейәһенән сыға алманым. Бик теләһәм дә, үҙем теләгәндәрҙе эшләй алманым, гел кеше теләгәнсә йәшәнем. Үҙемдең теләктәрем эсемдә ҡала барҙы. Хәҙер килеп, ғүмеремдең шыпа бушҡа, заяға үткәненә үкенәм. Эскән иренән айырылып, тормошон яңынан башлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Көслө кешеләр генә булдыра ала ул уны.

Баш һуҡҡан яҡҡа сығып олағып, тормошомдо өр-яңы биттән башлап, үҙемсә генә йәшәп ҡарарға теләп китәм ҡайһы саҡ. Тик... аяҡтар тышаулы. Һаулыҡ та юҡ... Йәш саҡта, балаларға әүрәпме, нисек тә үтә икән ул ғүмер, олоғая төшкәс, яныңда һине аңлар кеше булмауы ҡыйын. Кеше эсә-эсә һыумейегә әйләнә тигәндәре раҫтыр. Хәлим менән бер нәмә лә һөйләшерлек түгел. Айыҡ сағында ла гел психланыбыраҡ йөрөй, унан тиҙ генә сығып китеп, ҡайҙандыр йота һалып ҡайта. Ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсерлек тә кешем юҡ бөгөн. Кәңәшләшеп донъя көтөү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ҡайным төҙөп биргән донъяның да әле бер, әле икенсе ере ҡойолоп ҡына бара.

Бөгөн миңә иң ныҡ кәрәк нәмә - тыныслыҡ. Берәй бишкә биш кенә өйҙә үҙ яйыма, үҙем теләгәнсә генә йәшәгем килә. Бөтмәҫ бахмур еҫтәре, ирҙең әсе һүҙҙәренә рәнйеп, уға ишетелмәһен өсөн, юрған ситен тешләп һыҡтауҙар ныҡ ялҡытты.

 Үтә йыуаш булырға ярамай икән ул был тормошта.

Әйткәндәй, Ғәлинур менән осраштыҡ бит беҙ...

Апайға яҡыныраҡ шылып ултырҙым.

-Ябығып, хәһеҙләнеп йөрөгәнемде күргәс, мине Мәскәүҙә йәшәүсе ике туған апайым ай-вайыма ҡуймай алып китеп, дауаханаға һалғайны. Баш ҡалала дауаланып, самолет менән үҙебеҙҙең Мәғәнит аэропотына килеп төшкәйнем. Тик ҡаршы алыусы булманы. Төнгә ҡарай таксиға ултырып ҡайтырға баҙнат итмәнем. Самолет һуңлағайны шул графигынан.

Әй, иртәнсәк ҡайтырмын әле, бер төн аэропортта ҡунғандан уҡам ҡойолмаҫ, тинем дә уңайлы урын һайлап, шунда төйәкләндем. Йоҡомһорап киткәнмен. Самолетта, алаҡандап ултырып, йоҡлай алмағайным. Ҡурҡам мин осоуҙан.

Сираттағы рейс тураһында иғлан иткән тауышҡа уянып киттем. Әллә таң атҡанмы, тип тертләп, тиҙ генә әйберҙәремде барлап, сәс-башымды һыйпап алдым да, сумкамдың кеҫәһендәге һыулы шешәмә үрелгәндә үҙемә ныҡ итеп ҡарап ултырған берәүҙең ҡарашын тотоп алдым. Бәй... Ғәлинур... Аптырап шаҡ ҡаттым. Үлгәндән һуң утыҙ йыл шул булалыр инде... Армияға оҙатҡаны бирле яҡындан күргәнем юҡ ине, бер нисә тапҡыр алыҫтан ғына шәйләп ҡалғайным. Үҙе яҙғанса, уның өсөн “үлгәйнем” бит... Сәстәре салланып киткән, йөҙө лә буйтым таушалған. Күҙҙәрендә лә арыу сағылып ҡалғандай. Әллә нисек моңһоҙ, буш һымаҡ ҡараштары. Һәр хәлдә бынан утыҙ йыл элекке янып торған ҡарашлы егет күҙҙәре түгел инде.

Яйлап ҡына урынынан ҡалҡты ла, эргәмә килеп ултырҙы.

-Һаумы, Рәсилә.

-Һаумы...

-Ҡалай арығанһың. Уянғаныңды байтаҡ көтөргә тура килде. Урын ҡараштырып үтеп барышлай бит осоңдағы миңең иғтибарымды йәлеп итте. Һинме, юҡмы, тик икеләндем башта. Шуға ошо тирәгә ҡунаҡлап, уянғаныңды көтөргә булдым...

Уңайһыҙланып киттем. Минең йоҡлағанымды кемдеңдер күҙәтеп ултырыуы ауыр хәлгә ҡуйҙы, хатта үпкәләтте.

-Нишләп “үлгән” кешене күҙәтеп ултырҙың? Һинең өсөн бынан утыҙ йыл элек үк үлдем түгелме һуң? Үҙгәргәнең, ҡартайғаның, тимәксеһеңме?  – Үҙемдең ҡырыҫлыҡҡа үҙем аптырап ҡуйҙым.

-Онотмағанһың...

Өндәшмәнем быныһына.

-Барыбер бер осрашырбыҙ тип йөрөгәйнем.

-Автобусҡа һуңланым. Мәскәүҙән ҡайтып килеүем. – Инде әҙерәк тыныслана төштөм. Бала-саға һымаҡ ҡыланмайым әле, тип уйланым.

-Ә мин вахтаға китеп барам. Минең самолет таңға ғына.

-Мине хәҙер килеп алырға тейештәр.

Алдаштым. Хәлимгә шылтыратып ҡарағайным, әлбиттә, бәлки, берәйһен яллап килһәң, аҡсаһын үҙем түләрмен, тип әйтергә. Теле көрмәлгәнен аңлағас, был үҙенең репертуарында икән, тип ҡайтып килеүемде лә әйтеп тормаҫҡа ҡарар итеп, төнгө “докладтан” бер төнгә булһа ла азат булайым әле, тигән уйҙа ошонда төнәргә ҡарар иткәйнем.

-Бәлки, ҡабаланмаҫһың...

Аптырап ҡалдым.

-Хәҙер ҡабаланырлығы ҡалманы бит инде. Һөйләшеп ултырайыҡ әҙерәк.

-Нимә хаҡында? Юҡ! Беҙҙең ниндәй уртаҡ һүҙәр булыуы мөмкин? – Йыуаштан да йыуан сыға икән!

Шулай тинем дә сумкаларымды йыя башланым.

-Туҡта, ҡабаланма әле. Беҙҙең уртаҡ һүҙ булмаһа ла, уртаҡ сер бар бит  әле.

-Ниндәй?! – Күҙем шар булды.

-Иҫеңә төшөр әле. Үҙең миңә яҙмаһаң да, туйыңда мин бүләк иткән күлдәкте кейҙең бит барыбер...

Өҫтөмә ҡайнар һыу һиптеләрме ней... Туҡтап ҡалдым. Ҡайҙан белергә мөмкин һуң?

-Загстан ҡайтып барғанығыҙҙа һин тайып йығылғас, йүгереп барып күтәреп алып ҡасҡым килгәйне. Хәлим бит шунда яныңдан китергә тейеш түгел ине. Үҙ йәнен һаҡлар өсөн таҡта башына менеп ҡасты, меҫкен. Һин аңғарманың инде, мин бит өйөбөҙ янында машинам эсендә ултыра инем. Инде йүгереп барырға ла уйлап бөткәйнем, атайың эргәңә барғас ҡына тыйылдым.

Аҙаҡ күршегеҙ Кәлимулла ағайҙарҙың алма баҡсаһына инеп, ҡойма ситендәге ҡарағаттар араһында рәшәткә ярығы аша туйығыҙҙы байтаҡ күҙәттем. Һин шул ҡойма эргәһендәге аласыҡ артына инеп һығылып илаған мәлдә ҡойма аша ырғып төшөп кенә алып ҡасыу уйы ла булманы түгел. Шул уйымды тормошҡа ашырмағаныма һаман үкенәм... Кеше бер шаулар ҙа бөтөр ине.

Әҙерәк туҡтап торҙо.

-Ҡатыныма тел тейҙерә алмайым, әлбиттә. Ихтирам итәм үҙен. Ғаиләбеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡыла торған кеше ул. Тик йөрәк төбөндә бер әрнеүме, һыҙланыумы йәшәй ҙә йәшәй...

Башҡа тыңлай алманым. Ырғып тороп, сумкаларымды эләктерҙем дә тышҡа атылдым. Сөнки үҙ туйында лаяҡыл булып иҫергән Хәлимдең һүгенеп йөрөүе, үҙемдең шуның өсөн оялыуҙан тап шул ҡойма янына барып һығылып илауым күҙ алдыма килеп баҫты ла ғәрлегем алҡымымдан алды... 

Күҙемә ташланған тәүге таксиға йүгерҙем.

Бына ошо осрашыу иҫтәлеге менән йәшәйем хәҙер. Мине ошолай дауахананан дауаханаға йөрөткән йөрәк сиренә лә үпкә юҡ инде. Ут өҫтәп кенә торғас...

...Рәсилә апай менән ара-тирә һөйләшкеләп торабыҙ. Тормошонда артыҡ үҙгәреш юҡ. Хәлиме генә бөтөнләй аҙған, бер айыҡ көнө юҡ икән.

-Ниңә түҙәһегеҙ? Тормошта айырылышыу тигән нәмә лә бар. Ғәзиз ғүмерегеҙҙе әрәм итәһегеҙ бит, - тинем бер көн.

-Хәлимдең ата-әсәһенең нигеҙендә йәшәйем. Сығып китһәм, бер ултырғыс та алырға рөхсәт итмәйәсәк ҡайынбикәләр. Ғүмерем буйы йыйған донъям, балаларымдың ҡайтып йығылыр ере ошо бит. Ҡыуанышып, атлығышып ҡайтыуҙары ҡалай ҡыуаныс. Шулар хаҡына түҙәм, инде балаларым хаҡына йәшәйем. Яҙмыш күлдәк түгел шул: уны сисеп ташлап та, алыштырып та, теләгән генәһен кейеп тә булмай. Күрәпәтен* күрмәй кеше гүргән инмәй, тиер ине өләсәйем. Минең күрәпәтем шул булғандыр инде... Яҙмыштан уҙмыш юҡ.

-Ә теге күлдәк...

-Ята. Теге атайым эшләгән һандыҡ төбөндә ғүмерем буйы иң ҡиммәтле хазинам итеп һаҡланым. Йәшерәк саҡта ауыр ваҡыттарҙа, өйҙә яңғыҙым ҡалғанда ул күлдәкте ҡосаҡлап күпме илағанымды Хоҙай үҙе генә белә. Хәҙер иламайым. Бары ваҡыты-ваҡыты менән төргәгенән һүтеп, ҡағыштырып, яңынан рәтләп һалам.  Бына шулай иләҫ-миләҫ үтте лә китте ғүмерем.

Бер ҡайтып ҡараным мин айырылып. Мине күргәс, атайымдың күҙе йәшкәҙәп, уфтанып ҡуйҙы. Ә әсәйемдең хәбәре бер булды: “Тамағың ас түгел, ятып инер өйөң бар, донъяғыҙ ҡыйып баҡҡыһыҙ, ир ней эсә инде ул, бер һинеке эсәме ней. Балаларың үҙ атаһын атай тип үҫһен. Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй. Ир балаһын ир һөймәй! Әҙәм көлдөрөп, айырылып ҡайтып йөрөмә, төшкән ереңә таштай бат! Беҙҙең затта ирҙән иргә йөрөгән кеше юҡ. Ҡатын-ҡыҙға бирелгән сабырлыҡтың сиге юҡ ул”.

Хәлимдең егет сағында ла эсештереп йөрөгәнен күрә инем инде. Күрәләтә бик иркә, ялҡауыраҡ булып үҫкән кеше менән бәйләнем яҙмышымды. Башта атаһының даны арҡаһында эштә тоттолар, ҡотола ғына алмай йөрөгәндәрҙер, атаһы хаҡлы ялға киткәс, оҙаҡ та тормай, эшенән бушаттылар. Тегендә өс ай, бында ике ай эшләп йөрөнө лә бөтөнләй эскегә һабашты. Шул арҡала ғауға тыуа башлағас, ҡәйнәм ҡаты тыйҙы мине.

-Эшләмәһә лә һүҙ әйтмә. Уға ғүмеренә етерлек донъя йыйғанбыҙ. Хан ҡыҙы һымаҡ йәшәйһең. Бындай тормош ауыл ҡыҙҙарының төшөнә лә ингәне юҡ. Кәрәк-ярағығыҙға ай һайын пенсиябыҙҙан өлөш сығарып торорбоҙ, - тине.

Былай айыҡ сағында үтә насар кеше түгел ул. Тик ялҡау инде, ялҡау. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡәйнәм менән ҡайным арҡаһында етеш йәшәйбеҙ.

Көслө ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам, мин үҙем үтә йыуаш, хатта ҡурҡаҡ булдым. Яҙмышымды үҙгәртергә көсөм етмәне. Барыһын эскә йотоуҙандыр инде, бына ошо йөрәк ауырыуына һабаштым. Эс серҙәремде һөйләр кеше лә юҡ. Ҡәйнәмдәр кеше менән аралашмай, бер кемгә ҡунаҡҡа бармай, уларға бер кем килмәй. Алтын ситлек эсендә заяға үтте ғүмерем.

...Ғүмерең буйы кемдер бәхетле булһын өсөн йәшәү бәхетме икән?..

Т. Баһауетдинова.

*Күрәпәт – “күрәһе, күрәсәк” тигән мәғәнәлә ҡулланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: