Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2021, 17:00

Эшегеҙ өсөн рәхмәт!

Ниһайәт, тип иркен тын алырға ла булалыр – күмәк көс менән урман янғындарының осона сығып киленә – Аллаға мең шөкөр, МЧС-тарға, урмансыларға, ирекмәндәргә, илгә бәлә килгәндә үҙ өлөшөн индергән һәммә-һәммәһенә!

Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!

Ниһайәт, тип иркен тын алырға ла булалыр – күмәк көс менән урман янғындарының осона сығып киленә – Аллаға мең шөкөр, МЧС-тарға, урмансыларға, ирекмәндәргә, илгә бәлә килгәндә үҙ өлөшөн индергән һәммә-һәммәһенә!

Бөгөн район хакимиәте алдында республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән МЧС хеҙмәткәрҙәрен бөтә район халҡы исеменән ҙур рәхмәттәр әйтеп, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләп тантаналы оҙатыу булды. Техникалары алдына шәмдәй теҙелгән ир-аттарға район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов бөтә район халҡы, хакимиәт исеменән ҙур рәхмәттәрен еткерҙе:

“Һеҙгә Бөрйән халҡы исеменән ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Һеҙ ошо урман янғындарында юғары профессионаллек, ҙур ныҡышмаллыҡ һәм баһаға лайыҡ эш күрһәттегеҙ. Һеҙҙән бер ваҡытта ла “юҡ” тигән һүҙҙе ишетергә тура килмәне. Урман янғындары һеҙҙе лә, беҙҙе лә төрлө яҡлап һынаны. Бәлки, ойоштороу һәм башҡа юҫыҡта беҙҙең тарафтан да етешһеҙлектәр булғандыр – киләсәктә улар иҫәпкә алыныр. Нимә генә тиһәк тә, ут һынауын лайыҡлы үтә алдыҡ, тип иҫәпләйем. Һеҙгә, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем!”

БР Бөрйән районы буйынса “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ГКУ-һы бүлегенең начальник вазифаһын башҡарыусы К.Ҡурамшин да ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте: “Тиҫтә көн эсендә 31 урман янғыны сыҡҡаны юҡ ине әле, әммә, егеттәр , һеҙ һынатманығыҙ – һөнәри оҫталығығыҙ эштә сағылды”, -тине.Белореттағы 28-се ПСО ФПС ГПС-тың начальник урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Ринат Фәйзуллин да МЧС-тар эшенән ҡәнәғәт: “Бөрйәндәге урман янғындарында штабты район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы етәкләне, мин уның ярҙамсыһы булдым.

Беҙҙең төп бурыс булып янғынға ҡаршы бөтә көстө туплау һәм иң отошло алымдарҙы ҡулланыу, утҡа таралырға ирек бирмәү торҙо. Районда 73 МЧС вәкиле, 15 берәмек техника , урындағы халыҡ, 70 ирекмән (шуларҙың 50-һе – Бөрйәндеке) янғынға ҡаршы көрәште.Әтек яғындағы янғындарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары, квалдрациклдар ҙа булды. Шунһыҙ булмай, сөнки тау-урманлы, ҡая-ташлы зона. “Әсебар” урмансылығында ирекмән Венер Яубаҫаровтың, Регина Юлмөхәмәтованың егет-ҡыҙҙары ҙур ярҙам булды.

Тағы: урындағы халыҡ вәкилдәреһеҙ уттың алдына сығыуы ҡыйын булыр ине. Бөрйән халҡына рәхмәт. Мәҫәлән, урман хужалығы тракторисы Юлай Илдар улы Бейембәтовҡа рәхмәтем айырым – ул шулай көн тимәй, төн тимәй фиҙакәр эшләмәһә, белмәйем, ул уттың алдына сығып булыр инеме икән? Афарин егет!

Әтек яғында 37 кеше һәм бер урмансы янғынға ҡаршы аяуһыҙ көрәште”.

Эйе, район ғәҙәттән тыш режимдан сыҡты әлегә. Шөкөр итәйек. “Ҡыҙыл әтәс” ҡабат шашмаһын да, Аллаһ ямғырҙарын ебәрһен инде!

БУЛАТ ТИМЕР ҒӘЛЕ фотолары.

Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Эшегеҙ өсөн рәхмәт!
Автор:А.Ғарифуллина
Читайте нас: