Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
23 Апрель 2020, 13:48

«ЕҢЕҮ ОТКРЫТКАЛАРЫ»

Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ижади эштәрҙең уникаль коллекцияһы барлыҡҡа килде.

Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ижади эштәрҙең уникаль коллекцияһы барлыҡҡа килде.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Рәсәй Федерацияһы президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының инициативаһы менән Волга буйы федераль округында күләмле «Еңеү открыткалары» халыҡ проекты тормошҡа ашырыла. http://пфопобеда.рф сайтында округтың бөтә 14 төбәге халҡының ижади эштәре коллекцияһын күрергә мөмкин.

Открыткалар Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүгә арналған.

Открыткалар тупланмаһы даими тулылана бара. Проектта Һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн сайттың «Открыткалар өҫтәргә» бүлегендә форма тултырырға һәм фото беркетергә йәки үҙ эшендең скан вариантын ғына һалырға кәрәк. Коллаж һәм һүрәттәр, компьютер графикаһы һәм аппликация — эштәрҙең башҡарылыу стиле төрлөсә, әммә бөтә открыткаларҙы ла беҙҙең халыҡтарҙың батырлығы тураһында иҫтәлек берләштерә.

Проектҡа ҡушылығыҙ һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Беҙ хәтерләйбеҙ. Беҙ ғорурланабыҙ.

Читайте нас в