-Районда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса эштәр дауам итә. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл Исламбай, Иҫке Мөсәт, Ҡотан, Һарғая һәм Тимер ауылдарында яңы модулле ФАП-тар төҙөү планлаштырылған.

Тимер ауылында яңы модулле ФАП төҙөлә башлаған да инде. Буласаҡ ФАП урынында свайҙар ҡуйылып, фундамент эшләнгән, металл каркас, стеналар һәм ҡыйыҡ ҡороп ҡуйылған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына һәм стандарттарына яуап бирерлек итеп төҙөләсәк. Ул ауыл халҡын – 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.