Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2024, 12:30

Бөрйән районында тюбинг трассаһы эшләй башлаясаҡ

Эшҡыуар булараҡ үҙ эшен башлаусы Рәнис Йәнбирҙин күтәргесле тюбинг трассаһы асыу теләге менән район хакимиәтендә даими үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Артабан ул район хакимиәте менән берлектә проектҡа ярашлы ер табып, уны рәсмиләштерә һәм муниципаль субсидия алыу конкурсында ҡатнаша.

Һөҙөмтәлә эшҡыуар трасса буйлап тауға күтәрелеү өсөн махсус күтәргес һатып ала ла, субсидия буйынса сығымдың бер өлөшөн ( 500 мең һум) кире ҡайтарыуға өлгәшә.

  • Республиканың ҡала-райондарында үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” үҙен бәләкәй һәм урта бизнес асыусылар өсөн һөҙөмтәле эш формаһы булараҡ танытты. Махсус үткәрелгән сәғәттәрҙә эшҡыуарҙар хөкүмәт кешеләре менән аралашып, эшҡыуарлыҡты нимәнән башларға, ниндәй проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса дөрөҫ йүнәлеш алып проекттарын тормошҡа ашыра алалар, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

 

Рәнис Йәнбирҙин туризм өлкәһендәге эшен 2020 йылда башлай. Әдеге ваҡытта уның Ырғыҙлы ауылында 2 ҡунаҡ өйө һәм форель үрсетеү хужалығынан торған туристик базаһы бар. 2023 йылда иһә тырыш эшҡыуар күтәргесле тюбинг трассаһы асыу хыялы менән яна башлай. Маҡсатлы эштәр алып барғанға күрә, әлеге ваҡытта тюбинг тарссаһында төҙөлөш эштәре тамамланыу өҫтөндә, быйыл ул сафҡа инәсәк тип планлаштыра.

 

“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” милли проекты сиктәрендә үтә.Уларҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестицион порталы сайтында заявка бирергә була.

Автор:
Читайте нас