Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Февраль 2024, 08:20

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”

Кисә Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда Өфөлә йәшәүсе Бөрйән зыялылары йыйылды. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова был турала үҙенең фекерен белдерҙе.  

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”

-"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр. Тотош биләмәләре менән дәррәү күтәрелеп сыҡты ла ҡуйҙылар. Махсус хәрби операцияға гуманитар ылау әҙерләү, яугирҙарға мунса, мейес эшләү, өс бармаҡлы бирсәткәләр, йөн ойоҡтар бәйләү, ит быҡтырыу булһынмы, ҡаһарман яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүме, Байназар көн һайын патриотик, мәҙәни-спорт сараларынан гөрләп тора. Саналы ат ярышы ла, биатлон да, мәргән уҡсы ла, янғын һүндереүселәр семинары ла ҡалманы. Һәр береһе юғары кимәлдә ойошторола. Бөгөн килеп Өфөлә Байназар ауылы тарихы буйынса фәнни-ғәмәли семинар үтте. Сөнки Байназар Бөрйәндең иң ҙур ауылы ғына түгел, бай тарихлы ла. Уның эргә-тирәһендә легенда- риүәйәттәрҙә данланған урындар бихисап. Ә байназарҙарҙың нисек йәшәгәнен Бөрйәнгә барған һәр кем белә, юл эсендә ятҡан ҙур, матур ауыл төҙөк, күркәм йорттары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ҡарауҙан бында эшһөйәр, уңған, тырыш халыҡ йәшәүен аңларға мөмкин. Байназарҙарға "Айыҡ ауыл" конкурсында ла уңыштар юлдаш булһын! Бөрйән яҡташтар ойошмаһына афарин!
#айыҡауыл

Р. Кәримованың шәхси битләүендәге мәғлүмәттәр һәм фотолар файҙаланылды.

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр...”
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас