Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель 2023, 09:10

Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!

Нимә сыҡмаһын, ошо ҡыпсаҡтарҙан сыға! Дәрт тә, тырышлыҡ та етәһе уларҙа – бер урында тапаныу улар өсөн хас түгел. Ана, уҡыусылары ла проект тәҡдим итәп, еңеп сығырға һәм финанслауға өмөт итә. Уларға тырышлыҡ, үҙаллылыҡ, инициатива күрһәтеү кеүек сифаттар әленән үк һалына. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Хәҙер ниндәй проблеманы хәл итеүҙе уҡыусылар үҙҙәре билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашырға ниәт итте. Был проектка 14 йәше тулған 8 – 11 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды. Улар алты проект тәҡдим итте: "Мәктәп медиаүҙәге", "Мәктәп буфеты", "Универсаль спорт майҙансығы", "Тәбиғәт мөйөшө "Йәшел ожмах"", "Ял майҙансығы", "Балалар туризмы".
Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң тауыш биреү үткәрелде.
Һөҙөмтәләр буйынса "Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты.
Мәктәп кимәлендә проектты ышаныслы яҡлаған еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!

Г. Ҡасимова.

 

Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: