Матбуғат
17 Июня , 06:00

Барыһы ла - Еңеү өсөн!

Ошондай девиз аҫтында үтте Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының 5-се Медиа форумы. Сарала 300-ҙән ашыу кеше – дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар йыйылды. Уларҙы сәләмләү һүҙе менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев мөрәжәғәт итте. Бөгөн тармаҡта ике мең ярым кеше эшләй, улар — радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре, тип билдәләне ул. Уларҙың барыһы ла бер дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн эшләй: республика халҡының тормошон имен итеү һәм уларҙы ваҡытында ышаныслы тикшерелгән мәғлүмәт менән тәьмин итеү.  

Барыһы ла - Еңеү өсөн!Барыһы ла - Еңеү өсөн!
Барыһы ла - Еңеү өсөн!

– Беҙ һеҙҙең менән юғары конкуренция дәүерендә йәшәйбеҙ. Ҡасандыр беҙ генә мәғлүмәт менән тәьмин итеүсе инек, һәм беҙҙе генә ҡаранылар. Ләкин яйлап интернет, сайттар барлыҡҡа килә, һуңынан социаль селтәрҙәр, агрегаторҙар килеп сыҡты. Бөгөн беҙ технологиялар дәүеренә инәбеҙ һәм яһалма зиһен дәүерендә йәшәйбеҙ, — тине ведомство етәксеһе.

Уның күҙәтеүҙәре буйынса, хәҙер яңы этап башлана: аудитория киренән тикшерелгән һәм дөрөҫ мәғлүмәт артынан традицион киң мәғлүмәт сараларына ҡайта.

Медиайыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге ҡатмарлы осорҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәренең эше бигерәк тә мөһим.

-Беҙ ысынлап та бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Күреп торорһоғоҙ, һуңынан был осор тураһында легендалар һөйләйәсәктәр. Беҙ һеҙҙең менән яңыраҡ ҡына шулай уҡ еңелдән булмаған ковид осорон үттек. Кемдер бирешә, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итә, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен башҡара. Һәм бына республиканың ике мең ярым хәбәрселәренән торған армияһы тауыш-тынһыҙ, тыныс ҡына үҙ эшен башҡара. Һеҙ ныҡлы ҡалҡан булдырҙығыҙ, уның эсендә беҙ - башҡарма органдар, үҙ эшебеҙ менән тыныс шөғөлләнә алабыҙ һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итәбеҙ. Мин форумға ошондай девиз һайлағанығыҙ өсөн бик рәхмәтлемен, - тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы журналистарға бөгөнгө проблемалар тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әле республикабыҙ хәүеф аҫтында һәм дошмандар өсөн сәп булып тора. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса республика етди эш алып бара, тине ул.

Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү масштабы һәм уларҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуы хаҡында һөйләне.

–Дүрт меңгә яҡын яугир өйөнә ҡайтҡан, уларҙың меңе — инвалид. Барыбыҙ өсөн дә ҙур бурыс — егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылау һәм уларға яңы тормош башларға ярҙам итеү. Беҙ егеттәрҙең 75 процентын эшкә урынлаштырҙыҡ, – тип билдәләне ул.

Бөгөн төп бурыс — алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеү. Уларға ҡарата иғтибар һәм хәстәрлек айырыуса мөһим һәм был йәһәттән журналистар ҙа ҙур роль уйнай. Беҙҙең егеттәр журналистар килһә, бик ҡыуана, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан халҡының хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө. Күп һанлы видеоматериалдар архивҡа тапшырыла, һанлаштырыла, мәғлүмәт базаһы формалаша, ул хәтерҙе һаҡлау өсөн нигеҙ булып тора.

Республикала хәрби хәбәрселәр тураһында закон ғәмәлдә – Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәрҙең статусын һәм уларға һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы сараларын нығытыусы беренсе документ.

 

Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә МХО биләмәһенә барыуҙы тыйыуы тураһында ла әйтте. Был – хәүефһеҙлек сараһы.

Артабан эш тематик майҙансыҡтарҙа дауам итте. “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!" секцияһында махсус хәрби операция шарттарында журналистарҙың эшен, патриотик тәрбиәне һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы тикшерҙеләр.

“Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге” майҙансығында һүҙ йәштәрҙе интернеттағы деструктив йоғонтонан һаҡлау, экстремизмға һәм заманса мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу хаҡында барҙы.

Яһалма зиһенгә бағышланған секцияла эксперттар яңы технологияларҙың нисек контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.

Бөгөн граждандарҙың 40 проценты ғына ысын яҙмаларҙы нейроселтәр яһаған «дипфейктарҙан» айыра ала. Технологиялар алға бара, тәнҡитле фекерләү түбәнәйә, интернеттағы текстарҙың күбеһе яһалма зиһен ярҙамында яҙыла. Тап ошо шарттарҙа халыҡҡа дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеүсе журналистарҙың роле баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе республика Хөкүмәте вице-премьеры Олег Ли. Ул яһалма зиһенде дошман түгел, ә ярҙамсы итеп ҡабул итергә кәңәш итте.

Медиа форумда "Таң" гәзите хәбәрселәре һәм Иҫке Собханғолдан "Йәш шәһитсе" башҡорт балалары журналистика мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Манапова ҡатнашты. Гөлназға бигерәк тә яһалма зиһен селтәрҙәре темаһы бик оҡшаған. “Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный менән аралашыу мөмкинлеге тейҙе, уларҙан үҙемде  ҡыҙыкһындырған  һорауҙарға яуап алып өлгөрҙөм”, - ти йәш журналист.

Барыһы ла - Еңеү өсөн!
Барыһы ла - Еңеү өсөн!
Барыһы ла - Еңеү өсөн!
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас