Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2025, 14:30

Бөрйәндә йәшәп, ҡалайтып “Таң”һыҙ көн итмәк кәрәк?!

Акция буйынса гәзит-журналдарға яҙҙырыу беҙҙең һымаҡ пенсия аҡсаһына ғына йәшәүселәр өсөн бик шәп сара булып сыҡты әле ул. 1924 йылда район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Нәҙершина “Таң”ға яҙҙырып ҡыуандырғайны. 2025 йылда район гәзите тағы килә башлағас, кем яҙҙырағанын да белмәй рәхәтләнеп уҡығайным, уныһында үҙебеҙҙең ауыл китапханаһы мөдире Илүзә Юлбирҙина яҙҙырған булған. Бына тағы ҡыуаныс кисереп ултырам...

Бөрйәндә йәшәп, ҡалайтып “Таң”һыҙ көн итмәк кәрәк?!
Бөрйәндә йәшәп, ҡалайтып “Таң”һыҙ көн итмәк кәрәк?!

Акция буйынса гәзит-журналдарға яҙҙырыу беҙҙең һымаҡ пенсия аҡсаһына ғына йәшәүселәр өсөн бик шәп сара булып сыҡты әле ул. 1924 йылда район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Нәҙершина “Таң”ға яҙҙырып ҡыуандырғайны. 2025 йылда район гәзите тағы килә башлағас, кем яҙҙырағанын да белмәй рәхәтләнеп уҡығайным, уныһында үҙебеҙҙең ауыл китапханаһы мөдире Илүзә Юлбирҙина яҙҙырған булған.

 – Бына тағы ҡыуаныс кисереп ултырам Өфөлә үткән Бөрйәндәр йыйынында Бөрйән районында хакимиәт башлығы булып эшләп киткән Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов берәй кешене район гәзитенә яҙҙырырға теләк белдергәс, “Таң” редакцияһы ҡыҙҙары, ғүмере буйы Бөрйән данын яҡлап, төрлө конкурстарҙа еңеүсе булып йөрөнө, район сәхнәһендә лә халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшеп йәшәне һәм йәшәй, тип мине тәҡдим иткәндәр. Ҡыуанысымдың сиге булманы! Етмәһә, бер йылға бит әле! Аллаһ һаулыҡ, ғүмер бирһә, 2026 йылда ла “Таң” гәзитен рәхәтләнеп уҡырбыҙ! Ошо мөмкинлекте тыуҙырыусыларҙың барыһына ла мең-мең рәхмәт.  Мине ҡыуандырған һымаҡ, үҙегеҙ ҙә шатлыҡта, һаулыҡта ғына йәшәгеҙ. Ниндәй вазифа биләгәндә лә, кешелекле, изге йөрәкле булып ҡалған кешеләргә һоҡланам мин! Пенсионер өсөн был бик ҙур бүләк.

Ә “Таң” гәзите – район халҡының уртаҡ аралашыу, шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашыу, беҙҙе берләштереү майҙаны ул. Район гәзитенең йөкмәткеһе бай, гәзит бик уҡымлы. Райондаштарҙы ла тас үҙебеҙсә генә ябай тел менән мөһим, кәрәкле, ҡыҙыҡлы  хәбәрҙәр менән ҡыуандырып торған “Таң”ға яҙылырға саҡырам. Бөрйәндә йәшәп, ҡалайтып “Таң”һыҙ көн итмәк кәрәк?!

Гүзәл Һырлыбаева, Яңы Мөсәт ауылы.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас