Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Октябрь 2025, 09:45

"Аманат"тың бүләген отҡан егет!

Рәсүл күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның 9-сы синыфта уҡыған Сыңғыҙ исемле ағаһы, балалар баҡсаһына йөрөүсе Рәсилә һәм Сулпан исемле ҡурсаҡтай һеңлеләре бар. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы — аталары Юлай Самат улы МХО-ла илебеҙҙе һаҡлай. Өйҙәге барлыҡ хужалыҡ эштәре — Рәсүл менән ағаһы иңендә.

"Аманат"тың бүләген отҡан егет!
"Аманат"тың бүләген отҡан егет!

Ҡыуаныслы хәбәрҙәр тейәп, яратҡан журналыбыҙҙан мәктәбебеҙгә ҡунаҡ килеп төштө. «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, мини термопринтер отҡан Рәсүлгә «Аманат» журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Яҡупова бүләген тапшырҙы. Ул уҡыусыларҙы журналдың эстәлеге менән таныштырҙы, рубрикалары тураһында ентекле бәйән итте. Журналға бәйле һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
«Әкиәти хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуыуығыҙ менән һеҙ иҫ киткес бәхетле, балалар. Бындай матурлыҡ эсендә йәшәгән кеше ижадты һөймәүе мөмкин түгел,» - тине баш ҡала ҡунағы, уҡыусыларҙы журнал ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Бүләк отоу бәхете йылмайған егетебеҙ тураһында ентекләберәк һөйләп үтәйек. Ҡорамшин Рәсүл Байғаҙы мәктәбендә 7-се синыфта белем алыусы шәп егеттәрҙең береһе. Уның синыфташтары ла үҙе кеүек тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Барлыҡ мәктәп кимәлендә ойошторолған сараларҙың уртаһында ла — улар. Берҙәм, татыу, аҡыллы, тырыш уҡыусылар синыфтары менән «Аманат» журналына яҙылғандар!
Рәсүл күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның 9-сы синыфта уҡыған Сыңғыҙ исемле ағаһы, балалар баҡсаһына йөрөүсе Рәсилә һәм Сулпан исемле ҡурсаҡтай һеңлеләре бар. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы — аталары Юлай Самат улы МХО-ла илебеҙҙе һаҡлай. Өйҙәге барлыҡ хужалыҡ эштәре — Рәсүл менән ағаһы иңендә. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эшендә әсәйгә ярҙам итмәү мөмкин түгел. Унан тыш өләсәләренә лә ярҙам итеп өлгөрә тырыш егеттәр. Рәсүл мәктәп һәм район кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Спортты ярата, саңғы, көрәш буйынса ярыштарҙа мәктәп командаһы составында ҡатнаша. Техника менән мауыға, үҫкәс, механизатор йә фермер булырға хыяллана. Әлбиттә, әлеге ваҡытта Рәсүлдең, уның яҡындарының иң ҙур теләге — аталарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы.
Ғаилә башлығы — Юлай Самат улы 2025 йылдың башында МХО-ға алына. Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә. Ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға. Унан кире яу яланына индерелә.
«Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, минең атайым да, барлыҡ атай-ағайҙар ҙа үҙ ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!» - тигән изге теләктә Рәсүл.
Миләүшә Кәбирова,
Байғаҙы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.

(“Аманат” журналының социаль селтәрҙәге төркөмөнән).

"Аманат"тың бүләген отҡан егет!
"Аманат"тың бүләген отҡан егет!
"Аманат"тың бүләген отҡан егет!
"Аманат"тың бүләген отҡан егет!
Автор:
Читайте нас