Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Июль 2025, 15:00

“Үҙебеҙҙең гәзит иң яҡыны”

Икенсе райондарға барһам, ҡыҙыҡ өсөн уларҙың гәзитен ҡарап сығам. Бөтә нәмә сағыштырғанда беленә бит.

“Үҙебеҙҙең гәзит иң яҡыны”
“Үҙебеҙҙең гәзит иң яҡыны”

"Аҙна һайын - бүләк" уйынында бүләк отҡан Шәфҡәт Ғәликәев район гәзите тураһында үҙ фекерен белдерҙе:

-«Таң» гәзитен иҫ белгәнемдән, хәреф таный башлаған ваҡыттан алып уҡыйым. Беҙ ғаилә менән китап ене ҡағылған кешеләр. Гәзит-журналдарҙы ла, шөкөр, күп алдырабыҙ. Беҙгә эйәреп, хәҙер балалар ҙа уҡый - шуныһы һөйөнөс.

Район гәзите - ул беҙ һулаған һауа шикелле. Һауаһыҙ, тын алмайынса кеше йәшәй алмай бит, шуның һымаҡ. Икенсе райондарға барһам, ҡыҙыҡ өсөн уларҙың гәзитен ҡарап сығам. Бөтә нәмә сағыштырғанда беленә. Беҙҙеке яҡшыраҡ барыбер, «тәмлерәк», танһыҡ нисектер. Бүтәндәрҙең артҡы биттәре тотош тиерлек реклама-фәлән, йөкмәтке яғынан да әллә ҡайһылай ҡоро, гәзит йәнһеҙ һымаҡ. Ә үҙебеҙҙеке тере, уны уҡып йылмайып ебәрәһең, ҡай саҡ бошонаһың, бергә ҡайғыраһың, таныштарҙы күреп ҡыуанаһың. Битараф ҡалдырмай һәр хәлдә.

Яңы һаны килгәс тә, иң тәүҙә кем был донъяны ташлап киткән, кемдәр кейәүгә сыҡҡан, кәләш алған - шуны ҡарайым. Район халҡының күбеһен тиерлек танып белгәс, был баҫма үҙеңдең ғаилә гәзите кеүек, яҡын. Әғләм ағайҙың, Фәтих апаның яҙғандары танһыҡ.

Тәүлектең иң саф, иң таҙа мәле бит ул таң. Сабый шикелле. Нисек таң аттыраһың - көнөң дә шулай үтә. Беҙҙең «Таң»лы таңыбыҙ, шөкөр, яҡты, өмөтлө. Иң мөһиме, ошо өмөт өҙөлмәһен. Һәйбәткә, именлеккә булған өмөт һүнмәһен.

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас