Гәзиткә яҙылыусылар араһында “Апрель” магазинына сертификаттар уйнатылды.
32 ҡатнашыусы араһында 3 еңеүсе билдәләнде. Уларҙың береһе Ғәлиәкбәр ауылынан Ҡорбанғәле Ҡаһарманов.
-“Таң”ды донъя көтә башлағандан алып алдырам. Гәзиттә хикәйә, Флүр Ғазиндың мажаралы тарихтары кеүек тарихи мәҡәләләр оҡшай. Тәҡдим итерҙәй фекерҙәрем юҡ, ваҡыт булғанда бөткәнсе уҡып сығам. Интернет менән ҡулланмайым, шуға күрә бөтә яңылыҡтарҙы “Таң”дан белеп барам, - ти гәзит уҡыусыбыҙ.
Ҡорбанғәле Ҡаһарманов 25 йылдай ауыл мәҙәниәт йортонда ҡаҙансы булып эшләй. Миҙгел тамамланыуға бәйле, ул әле үҙ эштәре менән мәшғүл.
-Умарталар бар. Бал быйыл булырмы-юҡмы? 2-3 йыл йүнле бал алып булманы. Ҡасандан инде бал ҡорттарын шәкәр менән емләйбеҙ. Солоҡтарым да күп кенә. Тик бына һуңғы йылдары уларҙы ҡарай алмайым. Улдарым ярҙамлаша ине, хәҙер улары ла ситтә. Береһе мобилизация сиктәрендә МХО-ға алынғайны, күптән инде хәбәре юҡ. Үҙен юллап ҡыҙым ике тапҡыр Ростовҡа барып ҡайтты инде. Бер улым ҡырҙа эшләй, ялға ҡайтып йөрөй, - тип борсоулы уйҙары менән бүлеште Ҡорбанғәле ағай.