“Байғаҙынан һуғышҡа 62 ир-егет китеп, шуның 24-е яу яландарында ятып ҡалған, ә 38-е төрлө йән һәм тән яралары менән әйләнеп ҡайтып, ең һыҙғанып тыныс тормош төҙөүҙә ҡатнашҡан, ғаилә ҡороп балалар үҫтергән.
Һуғыштан имен әйләнеп ҡайтҡан һалдаттар араһында “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған өлкән сержант Баязитов Дамулла Фазулла улы ла була. Хәйер Дан ордены биреү тураһындағы бойороҡто ла ишетеп, уны ҡулына ала алмағанына ғүмере буйы әсенеп йәшәй ветеран. Бына ҡанлы һуғыш тамамланыуға 66 йыл ярым ваҡыт үткәс, ниһайәт, орден батырын эҙләп тапты. Дөрөҫөрәге, яугирҙең балалары иреште был бәхеткә. Байғаҙыла үткән ғәҙәти булмаған тантана ла шул ваҡиғаға арналғайны”, тиелә мәҡәләлә.
-Йәш быуын ата-бабаларының илде һаҡлап яуға күтәрелеүҙәрен, тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямай көрәшкәндәрен онотмаһындар. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем дә олатайҙары, уның батырлыҡтары хаҡында белһендәр, күрһендәр, тип был гәзитте ҡәҙерләп һаҡлайым. Байғаҙынан килеп йәшәгәнгә 52 йыл, шунан алып “Таң”ға яҙылам. Гәзит артабан да йәшәһен, иң мөһиме донъялар имен булһын, - тигән теләктәрен еткерә Ғәниә инәй.