Рәмзилә апай 2002-2008, 2013-2017 йылдарҙа сыҡҡан гәзиттәрҙе ни өсөн һаҡлай? Мәҫәлән, 2002 йылғы “Таң”да Рәмзилә апайҙың “Һаулыҡ һағында 32 йыл” тигән исем аҫтында мәҡәләһе сыҡҡан. Унда яңы усмандарҙың Сәләмәтлек йылы айҡанлы үткәргән саралары, шулай уҡ 32 йыл фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, 9 бала тәрбиәләгән Аэлита Ҡаһарманова хаҡында һүҙ бара. 2003 йылдың 27 декабрендә сыҡҡан гәзиттә беренсе курста уҡ спорт мастеры исемен яулаған улы Маргиз тураһында “Спортсы егет” тигән мәҡәлә баҫылған. 2007 йылдың 27 ғинуарь һанында Рәмзилә апайҙың тыуған ауылы Байғаҙыла йәшәүсе Әғләм һәм Зилә Баязитовтар ғаиләһе тураһында яҙылған. 2005 йылда йәйләү тураһындағы мәҡәләлә һеңлеһе Фәриҙә Сыңғыҙова телгә алынған. 2008 йылдың 5 июнь һанында тормош иптәше, “Үрнәк” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Бикбулатов Фаил Ғәйнислам улын яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн ҡотлағандар. 2017 йылда уның КФХ-һы тураһында яҙылған. 2013, 2014 йылдарҙағы гәзиттәрҙә талантлы райондаштарыбыҙ Айһылыу Ғарифуллина һәм Булат Тимерғәлиевтарҙың шиғырҙары һаҡланған.