“Күҙ нурҙарын түгеп һәр хәрефкә” мәҡәләһендә “... Типографияға тәү башлап Маҡар районында йәшәгәндә килә һәм хәрефтәрҙән юлдар, юлдарҙан тотош мәҡәләләр йыйыу эше уға бик оҡшай. Райондар ҡушылғас, Белорет ҡала типографияһында эшләй. Пенсияға сығырҙан алда үҙебеҙҙең “Таң” гәзите типографияһында эшләп, хаҡлы ялға китте. Тыныс холоҡло Сания апай һәр кем менән уртаҡ тел таба, тормошта осраған төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙе күтәрә белеүе менән коллективта ихтирам яулай”, тигән юлдар бар. Шул уҡ мәҡәләлә 13 кенә йәшенән типографияға эшкә килгән матбуғат ветераны Мөкәрәмә Нәжметдин ҡыҙы Һөйөшева тураһында ла яҙылған.
Сания Күжәбаеваға 84 йәш тулған ваҡытта ололар көнөнә ҡарата 2014 йылдың 24 сентябрендә Фәрит Бәшәровтың “Бөгөнгө тормоштан һәләк ҡәнәғәтмен, ти ветеран” исеме аҫтында мәҡәләһе сыҡҡан. Фәрит Әҙеһәм улы ветерандың ата-әсәһе, бала сағы, йәшлеге, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәт юлы тураһында бик ентекле итеп яҙған.
Айгөл апай ҡәйнәһе менән бик ғорурлана. Уның: “Ҡәйнәм һәйбәт кеше булды. Уның кеүек яҡшы ҡәйнә бармы икән?” тип әйтеүе үк күп нәмәне һөйләй.
Айгөл Күжәбаева шулай уҡ ТВ-программа сыҡҡан бер гәзитте балалары өсөн иҫтәлеккә һалып ҡуйған. Әйткәндәй, гәзиттә ТВ-программа битен баҫтырыу 2018 йылдан һуң туҡтатылды.