Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған гәзиттә матбуғат ветераны Фәрит Бәшәровтың “Атайҙары фронтта, ҡустылары тылда” тигән исем аҫтында мәҡәләһе донъя күргән. Унда Яуымбай ауылында йәшәгән иң күмәк балалы ғаилә һаналған Һиҙиәт һәм Мәстүрә Мырҙағоловтарҙың балалары тураһында бәйән ителә. “Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә уның йәше иллене уҙған була. Уға теймәйҙәр. Ә йәше еткән ике улына ғәрәсәт башында уҡ ҡорал тотторалар”, тиелә мәҡәлә башында. Уларҙың береһе Йәнифә апайҙың атаһы Шәһит Һиҙиәт улы Мырҙағолов була. Ул 1945 йылдың октябрендә тыуған ауылына ҡайта. Икенсеһе - Шәһиттең бер туған ҡустыһы Мотаһар Мырҙағолов. Был яҙмала уларҙың ҡустылары, тыл ветерандары Мансур, Сәғит, Сибәғәт һәм Мырҙағоловтарҙың дүртенсе быуын вәкиле Руслан Шәйхин тураһында яҙылған.
-“Таң”ды иҫ белгәндән алып уҡыйым. Атайым ул саҡтағы “Еңеү юлында” гәзитен уҡып, беҙҙе хәреф танырға өйрәтте. Шулай уҡ “Ленинсе” (хәҙерге “Йәшлек”) гәзитен уҡып үҫтек. Мәктәпкә барғансы шытырҙатып уҡый инек, тик текстарҙы китапса хәрефтәр менән яҙып ыҙаланым. Гәзитте әле лә яратып уҡыйым. Күпмелер ваҡыттан һуң, уҡымай ҡалған урындары ҡалманымы икән, тип яңынан уҡып алам.
Гәзиттә йышыраҡ дарыу үләндәре, уларҙың шифаһы, аш-һыу рецептары сыҡһа ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Йәнифә Шәһит ҡыҙы.