Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Апрель 2025, 15:30

Архив альбомда нимәләр һаҡлана?

“Архив һандығы” конкурсына Тимер ауылынан Роза Аллабирҙина ҡушыла. Ул “Таң”дың төрлө йылдарҙа донъя күргән һандарын йыйған. Ҡәҙерләп һаҡланған гәзит биттәрендә – уның яҡындары тураһында яҙмалар.

Архив альбомда нимәләр һаҡлана?
Архив альбомда нимәләр һаҡлана?

Роза Йомағужа ҡыҙы сығышы менән Ғәҙелгәрәй ауылыныҡы. 1983 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Тимер балалар баҡсаһына эшкә килә. Ғүмерен кескәй балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны әле лә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй. Уның тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” билдәһе һәм бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Роза Аллабирҙина ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән, әле лә төрлө йәмғиәт эштәрендә әүҙем. 2022 йылда “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ - педагог” номинацияһында бүләкләнгән.

-Беҙ бәләкәй саҡта атайым почтальон булып эшләне. Кейекбайҙан ат менән почта ташыны. Атайым өйгә ҡайтып инеү менән район гәзитен иң беренсе булып алып, ҡысҡырып уҡый торғайным. Шул мәлдә үк атайымдан бик күп гәзит-журналдар яҙҙырып алдыра инек. Башланғыс синыфтан алып уҡыған «Таң»ыбыҙҙы әле лә түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Гәзит биттәрендә туғандарым тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе уҡып ҡыуанам. 1980 йылдан фотоальбом башлап, ҡырҡып алынған мәҡәләләрҙе шунда йәбештереп һаҡлап барам, - ти тоғро гәзит уҡыусыбыҙ.

Роза Йомағужа ҡыҙының фотоальбомындағы яҙмаларҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ әле.

1975 йылда Миңнурый Ғәлина Роза апайҙың әсәһе, Ғәҙелгәрәй башланғыс мәктәбендә 15 йылдан артыҡ йыйыштырыусы булып эшләгән, оло хеҙмәт юлы үткән Зәйнәп Юлсурина хаҡында яҙған: “Минең йәшлегем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килде. Төрлө эштәрҙе үҙ ҡулымдан үткәрҙем. “Ҡыҙыл Байраҡ” промартелендә 10 йылдан артыҡ эшсе булып эшләнем, ағас та ҡырҡтым, ҡабын да һуҡтым, ат та ҡараным, аҙаҡ бригадир булып та эшләргә тура килде”, - тип хәтерләй Зәйнәп апай. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр бит. Урындағы Советтарға һайлауҙарҙа Зәйнәп апайҙы ауылдаштары Кейекбай ауыл советына депутат итеп һайланылар”.

1990 йылдың 20 сентябрендә Зөфәр Толомғужиндың “Ир-егеттәй ҡыҙҙар тураһында” тигән мәҡәләһендә Ямаш, Ғәлиәкбәр ҡыҙҙары хаҡында бәйән ителгән. Унда ла Роза апайҙың әсәһе Зәйнәп Аҫылғужина тураһында мәғлүмәт бирелгән.

1986 йылда Роза апайҙың ағаһы Урал Юлсурин тураһында баҫылып сыҡҡан яҙмала шундай юлдар бар: “Урал Юлчурин – “Шүлгәнташ” совхозы механизаторы. Хужалыҡ етәкселәре уның хаҡында маҡтап һөйләп торҙо. Ҡушылған һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән еренә еткереп башҡара, - тиҙәр улар.

У. Юлчурин быйыл ҡыш та мал аҙығы ташыуҙа башҡаларға өлгө күрһәтеп эшләгән. Өҫтәүенә, ДТ-75 тракторын яҙғы баҫыу эштәренә лә беренсе булып ремонтлап әҙерләп ҡуйған.

Совхоз үҙ экономикаһын күтәреү өсөн көрәштә ана шундай ир-егеттәргә таяна ла инде”.

“Таң”дың 2002 йылдың 15 июнендә сыҡҡан һанында Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан Ә. Йәғәфәрованың “Ауылым матур атайҙар менән” тигән  ҙур мәҡәләһе донъя күргән. Ул Роза апайҙың һеңлеһе Флүзә һәм кейәүе Исрафил (мәрхүмдәр) Ишморатовтарҙың матур ғаиләһе тураһында.

Яҙмала: “Балалары аталарын бик яраталар, ихтирам итәләр, эштән дүрт күҙ менән көтөп алалар, серҙәре менән дә иң беренсе уның менән уртаҡлашалар, - ти Флүзә.

...Быйыл тағы ла бер асыш яһамаҡсы атай кеше, ул помидор орлоҡтарын сыныҡтырыу ысулы менән шыттырған. Марганцовкала ебетеп, һыуытҡыстың туңдырыу камераһында туңдырып (бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк) ултыртҡан.

... –Көслө үҫентеләр сығып килә, - тип ҡыуанысын йәшермәй Флүзә. Быйыл кишер орлоҡтарын да әүәлгесә сәсмәй, үҙе уйлағанса яңылыҡ индереп сәсмәксе. Ошо теремек, һәр ваҡыт йөҙөнән йылмайыу китмәгән ир затының шул тиклем һөнәрҙәре, яңынан-яңы уй-хыялдары ҡайһы еренә һыйып бөткән икән, тип аптырарһың” тигән атай абруйын күтәрерлек һүҙҙәр бар.

Роза апай һаҡлаған яҙмалар Бөрйәнебеҙҙә йәшәгән меңдәрсә ғаиләләр араһындағы бер ғаиләнең генә тарихы. Йылдар үткән һайын был яҙмалар айырыуса ҡәҙерле була башлай. “Таң” – ул иҫтәлек. Тарих ебе өҙөлмәһен - матур ғаиләләр, оло хеҙмәт юлы үткән өлкәндәр, һәләтле йәштәр хаҡындағы мәҡәләләр артабан да гәзит биттәрендә баҫылыуын дауам итһен.

Архив альбомда нимәләр һаҡлана?
Архив альбомда нимәләр һаҡлана?
Архив альбомда нимәләр һаҡлана?
Архив альбомда нимәләр һаҡлана?
Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас