Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Апрель 2025, 12:30

“Таң”һыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?!

Редакцияға, “Таң” гәзитенең 1987 йылдың 9 июлендә сыҡҡан 81-се һанын тотоп, район үҙәгендә йәшәүсе Нәсимә Зекриә ҡыҙы Күсәмешева килеп инде. -Ғүмерем буйы “Таң” гәзитенән айырылманым – гел алдырҙым. “Таң”һыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?! Бөрйәндең хәлен ҡайҙан белер инек?! Башта ҡабаланып уҡып сығам. Төп яңылыҡтар менән танышып сыҡҡас, инде яйлап, тәмләп уҡый башлайым. Бөткәнсе уҡыйым, яңынан соҡоноп, әллә нисә уҡыйым әле тағы, - ти Нәсимә Зекриә ҡыҙы. Ә теге гәзитте тотоп килеп инеүенең сәбәбе былай...

“Таң”һыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?!
“Таң”һыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?!

Редакцияға, “Таң” гәзитенең 1987 йылдың 9 июлендә сыҡҡан 81-се һанын тотоп, район үҙәгендә йәшәүсе Нәсимә Зекриә ҡыҙы Күсәмешева килеп инде. ”Таң”дың юбилейы алдынан «Архив һандығы» тигән конкурс өсөн мин дә үҙемдә һаҡланған ошо гәзитте алып килдем әле. Өсөнсө биттә беҙҙең хаҡта яҙылған. Йәнә беренсе биттә минең тыуған ауылым тураһында ла мәҡәлә бар. Шуға был гәзит миңә бик ҡәҙерле”, тип таушала, һарғая төшкән “Таң” гәзитен һондо ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттәге фото бик сифатһыҙ булған. Кешеләрҙе айырыуы ла ҡыйын. Ләкин ҡалай ҡәҙерле  ул!

“Һеҙ был һүрәттә район төҙөлөш участкаһының район Советы депутаты Шәкирә Ғәйнетдинова етәкселек иткән штукатур-малярҙар бригадаһын күрәһегеҙ. Был уңған ҡыҙҙарҙы йыш ҡына район үҙәге предприятиеларында, ойошмаларында, йә айырым кешеләр йәшәгән квартираларҙа тап итергә мөмкин.

-Балта оҫталары эшләп киткәндән һуң стеналарҙы тигеҙләп һылау һәм буяу эштәрен беҙ башҡарабыҙ, - ти бригадир. – Эшебеҙҙән һәр кем ҡәнәғәт”, - тигән һүҙҙәр бар мәҡәләлә. Фотоны оҙаҡ йылдар “Йәшлек” гәзите фотохәбәрсеһе булып эшләүсе, ул ваҡытта “Таң” гәзитендә эшләгән Юлай Кәримов төшөргән.

- Штукатур-маляр, плита һалыусы, мозаикалар эшләүсе һөнәренә эйәмен. Сибайҙағы СУ-ла эшләнем башта. Бөрйәндә байтаҡ йылдар һөнәрем буйынса хеҙмәт иттем. Айырым кешеләр ҙә йорттарына саҡырып эшләтте. Әле лә шпаклевка эшләргә, плита йәбештерергә саҡырыусылар бар. Яуымбайҙың клубына ла плитаны мин йәйҙем.

Лагерҙа 10 йыл өлкән ашнаҡсы булып та эшләнем.

Ғүмерем буйы “Таң” гәзитенән айырылманым – гел алдырҙым. “Таң”һыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?! Бөрйәндең хәлен ҡайҙан белер инек?! Башта ҡабаланып уҡып сығам. Төп яңылыҡтар менән танышып сыҡҡас, инде яйлап, тәмләп уҡый башлайым. Бөткәнсе уҡыйым, яңынан соҡоноп, әллә нисә уҡыйым әле тағы, - ти Нәсимә Зекриә ҡыҙы.

Бына ошондай тоғро уҡыусылары менән бәхетле ул “Таң”!

Нәсимә апайға тағы ла оҙаҡ йылдар “Таң”дан айырылмай, сәләмәтлектә, күңел бөтөнлөгөндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхетенә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

Т. Баһауетдинова.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас