Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Декабрь , 15:35

“Таң”ды Германияла ла, Сорғотта ла уҡыясаҡтар!

Ысын-ысын! “Таң” гәзитен беҙгә һырты менәнерәк боролоп торған Германияла ла уҡыясаҡтар. Кем, тиһегеҙме? Германияның Мюнхен ҡалаһында йәшәүсе Сәлимә исемле башҡорт һылыуы “Таң”дың электрон вариантын уҡыясаҡ. Кем ул Сәлимә, тиерһегеҙ...

“Таң”ды Германияла ла, Сорғотта ла уҡыясаҡтар!
“Таң”ды Германияла ла, Сорғотта ла уҡыясаҡтар!

Сәлимә – Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. БДПУ-ла уҡыған сағында Германияла стажировка үтергә бара һәм шунда тороп ҡала. Тормошта. Ире менән сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Сәлимә, немец телендә уҡып, Мюнхен университетын тамамлап, хәҙер үҙе институтта уҡытып йөрөй.

Ә Сорғотта “Таң”ды Сәлимәнең бер туған ҡустыһы Азат уҡыясаҡ.

Оҙаҡ йылдар мәғариф тармағында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Зөһрә Дәүләтбай ҡыҙы, район гәзитенә үҙе генә яҙылып ҡалмай, редакцияға килеп тороп, ҡыҙы менән улын да “Таң”лы итеп китте. Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр шулай була!

Рухлы Зөһрә апайға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә “Таң”дан айырылмауын теләйбеҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: