Нәркәс Баймырҙина етәкләгән Иҫке Собханғол почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн дә был байрам – ғәҙәти эш, бөтмәҫ ығы-зығы, тиҙлекле заман шойҡанынан арына алмаған ябай, әммә, хеҙмәттәренә күрә, яуаплы эш көнө.
“Минең ҡул аҫтымда 16 почтальон, 2 пенсия таратыусы һәм оператор, 3 клиенттар менән эшләүсе оператор, 1 водитель эшләй. Коллективыбыҙ берҙәм, татыу.
Үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләнгән, 44 йыл ғүмерен почтальон һөнәренә бағышлаған Гөлгөл апай Йортбағышева, 39 йыл дауамында эшләп, ысын профессионалға әүерелгән Вәлимә апай Вәлитова, 36 йыл эшләүсе Нәсимә Халиҡова, 28 йыл тармаҡта көс түгеүсе Зөлхизә Шәрәфуллина, 27-шәр йыл эшләүсе Гөлгөнә Мөфтәхетдинова, Наилә Шәмиғоловалар,24 йыл халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәт итеүсе Хәкимә Хәйбуллина, 15 йыл эшләүсе Филиә Сәғитова, 13 йыл эшләп, ҙур тәжрибә туплаусы Гүзәл Тренкиналарҙың фиҙакәр хеҙмәтенә һәйкәл ҡуйырлыҡ, тиһәң дә хата булмаҫ.
Ошо тырыш, һәр береһе үҙ эшен белгән кешеләрҙән торған коллективта үҙем дә ике тиҫтә йыл эшләп, улар менән бер бөтөнгә әйләнеп бөткәнмен.
Һәр береһе үҙ участкаһында тырышып эшләй, гәзит-журналдарға яҙҙырыу кампанияһы осоронда өй беренсә йөрөп, халыҡты ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыра, ҡыҫҡаһы, дөйөм эш һөҙөмтәһе өсөн көс һала.
Һәр коллегамды һәм элек беҙҙә эшләп киткән ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым - эштәрендә уңыштар, шәхси тормоштарында ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, эш һөҙөмтәһе, күңел тыныслығы насип булһын, тип теләйем!” - ти Нәркәс Баймырҙина.
Эйе, тормошобоҙ үҙе тотош эреле-ваҡлы, етди-яуаплы, өҙөлөр-өҙөлмәҫ сылбырҙарҙан тора.
Почта хеҙмәткәрҙәре менән беҙҙе, гәзитселәрҙе бәйләгән ныҡлы бәйләнеш сылбыры ла быуаттарға етерлек, һәр гәзит уҡыусыһын даими һөйөндөрөп торорлоҡ булһын!