-1 °С
Ҡар
-“Таң” гәзитен уҡырға өйрәнгәндән алып уҡыйым, яҙылмай ҡалғаным юҡ. Үткәнебеҙҙе, тарихты, әлеге йәшәйеште белмәй тороп, киләсәкте күҙ алдына ла килтереп булмай. Районыбыҙ баҫмаһында барыһы ла сағыла, яҡтыртылып барыла. Ул беҙгә - ябай халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт алыуҙың төп сығанағы. Гәзитте уҡыйым да үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тегеп барам. Иң беренсе “Ил өҫтөндә ниҙәр бар” рубрикаһын уҡыйым. Айһылыу Ғарифуллина, Таңһылыу Баһауетдинова, Флүрә Йомағужиналарҙың шиғырҙар шәлкеме баҫылғанын көтөп алам.
“Таң” – ул районыбыҙҙың йөҙө. Алла бойорһа, гәзиттең тиражы кәмемәһен, ғүмере оҙон, уҡыусылары күп булһын!