Унда Баймаҡ, Сибай, Учалы гәзиттәре редакциялары, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет райондары журналистары, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто, Башҡортостандың Журналистар союзы, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша.
Тәбрикләү телмәре менән йыйылыусыларға муниципалитет башлығы Фәнис Әминев мөрәжәғәт итте, ул сарала ҡатнашыусыларҙы социаль-иҡтисади хәл, урындағы киң мәғлүмәт сараларының эше менән таныштырҙы.
- Һеҙҙең һөнәрегеҙҙең үҙенсәлеге - ул һәр саҡ яңы һөнәри саҡырыуҙарға әҙер булыу, даими үҫешергә ынтылыу. Һеҙ үҙ хеҙмәтегеҙ менән йәмәғәтселек фекерен тыуҙыраһығыҙ, властың йәмәғәтселек һәм халыҡ менән аралашыуы өсөн нигеҙ булдыраһығыҙ, - тине ул.
Баҫма киң мәғлүмәт сараларының киләсәге хаҡында даими матбуғатты таратыу бүлеге етәксеһе Айнар Байбулатов һөйләне. Хәҙерге йәмғиәттә китап уҡыуға йүнәлеш булдырырға кәрәк, тип билдәләне ул.
- Баҫма киң мәғлүмәт сараларының бөтөрөлөүе тураһындағы пессимистик күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, был фекерҙең дөрөҫ булмауына ышандырырға теләйем. Айырыуса статистика буйынса, тап баҫма киң мәғлүмәт сараларына халыҡ нығыраҡ ышана, - тине ул.
"Журналистика оҫтаханаһы" проекты авторы Ринат Шәйбәков үҙенең ошо уҡ исемдәге авторлыҡ проекты менән таныштырҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ семинар сиктәрендә мастер-кластар һәм медиа-тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған төрлө секциялар эше планлаштырылған.