Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Май , 11:35

Бүләктәр уйната башлайбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын – бүләк!” уйыны башлана. Район гәзитенә яҙыла һалып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға тапшырһағыҙ, гәзитле генә түгел, бүләкле лә булыу ихтималлығығыҙ ҙур! Бүләктәр араһында...

Бүләктәр уйната башлайбыҙ!
Бүләктәр уйната башлайбыҙ!

Бүләктәр араһында мендәрҙәр,  сәй өсөн термос, аш өсөн термос,  һауыттар йыйылмаһы, рәшәткә-гриль,  икмәк һаҡлағыс, аяҡ кейеме өсөн этажерка, йыуылған керҙе киптереү өсөн ҡулайлама, бәләкәй ковер, кувшин, сәйнүк, йәшелсә өсөн контейнерлы ҡырғыс,  ҡурғыс (жаровня), салат һауыты, һаҡал-мыйыҡты тәрбиәле тотоу өсөн йыйылма һ.б. бар.

Гәзитле лә, бүләкле лә булырға теләһәгеҙ, ашығығыҙ!

Таңдарығыҙ “Таң” менән бергә атһын!

 

Бер мең аҡса хәҙер аҡса түгел,

Пакет тулмай ҡала кибеттә.

Ә “Таң” һеҙҙе ярты йыл буйына

Ҡыуандырыр үҙе килеп тә!

“Таң”ға яҙыл, туған. Кинәндерер

Яңылыҡтар илтеп өйөңә.

“Таң”лылар бит хатта гәзиттән тыш,

Бүләкле лә булып һөйөнә!

“Таң”дар менән атһын таңдарығыҙ,

Ялдарығыҙ үтһен “Таң” менән!

Өйөгөҙгө өйөлөп шатлыҡ килһен

“Таң” гәзите менән гел-гелән!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: