Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Май , 12:15

Депутатыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы!

Рәсәй президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Депутатыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы!
Депутатыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы!

Ҙур бүләккә лайыҡ булғандар араһында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе, депутатыбыҙ Рәмзиә Кәримова-Байбулатованың да булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙына илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" исеме бирелде.
Тыуған ерем, халҡым, тип янып йәшәгән һәм эшләгән яҡташыбыҙҙы юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ, яуаплы эшендә ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: