Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Май , 08:50

Ил өҫтөндә ниҙәр бар? (25 март – 2 май)

Хөрмәтле “Таң” гәзитен уҡыусылар, гәзиттең бөгөнгө һанында баҫылған “Ил өҫтөндә ниҙәр бар?” тигән рубрика аҫтындағы мәғлүмәттәрҙе түбәндәге вариантта төҙәтеп уҡыуығыҙ һорала. Демография Был аҙнала яңы тыуған сабыйҙар теркәлмәгән. 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 1 ғаилә никахын тарҡатҡан. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. 

Ил өҫтөндә ниҙәр бар? (25 март – 2 май)
Ил өҫтөндә ниҙәр бар? (25 март – 2 май)

01 хәбәр итә

Аҙна тыныс үткән.

Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк 101, 112 һандары аша махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә ашығығыҙ!

02 хәбәр итә

Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 35 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә документтар юғалтыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), иҡтисад өлкәһендә енәйәт (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), уҡыу йортонда шартлау хәүефе (угроза взрыва в учебном заведении) (1), эскән килеш ҡабатлап транспорт сараһы менән идара итеү (1), законһыҙ эшҡыуарлыҡ (1), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), ғаилә низағы (4), административ хоҡуҡ боҙоу (6), тынлыҡ режимын боҙоу (1), ваҡ хулиганлыҡ (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 56 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 48. 3 водитель алкоголь ҡулланған хәлдә руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: