Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Март , 10:00

Тыуған көнөң менән, Рәсүл!

Бөгөн журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Хәсән улы Сәғитовтың тыуған көнө – юбилейы! Ихлас, алсаҡ, үҙе килеп тороп гармунсы коллегабыҙҙы ҡотлайбыҙ! Уның тағы ла ниндәйерәк шәп кеше икәнлеге тураһында – артабан.

Тыуған көнөң менән, Рәсүл!
Тыуған көнөң менән, Рәсүл!

Яҡташыбыҙ, башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005) Сәғитов Рәсүл Хәсән улын матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңынан яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.1981 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә ай «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй, ноябрҙә комсомол юлламаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә ебәрелә.
Чита ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас (1982—1984), Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала (1990).
1990—1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы.
1991 йылда «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидениела ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радиола комментатор, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе була.
Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: