Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Декабрь 2023, 20:00

Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә

Гәзитебеҙ йәшәһен - беҙҙең теләк шул, ти улар.

Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә
Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә

"Яуымбай мәктәбе уҡытыусылары һәм техник хеҙмәткәрҙәре  коллективы районыбыҙ көҙгөһө булған “Таң” гәзитенә  һәм республика баҫмаларына йылда ла  дәррәү яҙыла.  Был мөһим кампания мәлендә ауылдың  шәп хат ташыусыһы Миләүшә Юлай ҡыҙы Буранбаева ла бик тырыша.

   Милләтебеҙҙе ҡурсалап, һәр кем үҙ тәңгәлендә матбуғат баҫмаларына яҙылһа, илебеҙ, телебеҙ, мәҙәниәт, мәғариф, халҡыбыҙ һаҡлаулы, яҡлаулы булыр. Райондаштарыбыҙ  күҙ төбәп торған “Таң”ыбыҙ йәшәһен, рухыбыҙҙы артабан да үҫтерһен!

Шул тиклем дә уҡымлы, бына тигән журналистары менән данлы,  әленән-әле шәп мәҡәләләр менән тулы гәзитебеҙ йәшәһен!

“Таң” менән һәр саҡ бергә булған Яуымбай мәктәбе кеүек башҡалар ҙа “Таң”лы булһын, тип теләйбеҙ,  хөрмәтле райондаштар", - тип матур теләктәрен еткерҙе Яуымбай мәктәбе уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова.

Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә
Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә
Яуымбай мәктәбе коллективы ла "Таң" менән бергә
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: