Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Декабрь 2023, 11:45

3 бала әсәһе 4 кешене “Таң”ға яҙҙырған!

Бәхет сере нимәлә? Икенсе кешеләрҙе бәхетле итә белеүҙә! Ә уның өсөн күп тә кәрәкмәй. Бының тап шулай икәненә бөгөн тағы бер тапҡыр инандым.

3 бала әсәһе 4 кешене “Таң”ға яҙҙырған!
3 бала әсәһе 4 кешене “Таң”ға яҙҙырған!

Бына әле телефоныма күҙ һалғас, хатта күҙҙәремдән йәш килеп сыҡты. Шатлыҡ йәше. Сәләмәтлеккә бәйле, байтаҡтан өйҙә булһам да, “Таң” гәзитенә подписканың йылдағынан хөртөрәк барыуына эсем бошоп, күңелем менән  көн һайын эштәмен.

Эйе, телефоныма тап гәзиткә яҙылыу буйынса ныҡ матур хәбәр килгән ине. Үткән быуат аҙағында Килдеғол мәктәбендә уҡытҡан  уҡыусымдан – әлеге көндә Тимер балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп йөрөүсе Гөлсирә Таһир ҡыҙы Баймырҙинанан.

Гөлсирә менән осрашҡан һайын хәл-әхүәл белешеп йөрөйбөҙ. Улар иптәше менән Тимер ауылында матур итеп донъя ҡороп, гөрләтеп йәшәйҙәр. Ғаиләләрендә ике малай һәм сәскә кеүек бер ҡыҙ үҫә.

Ә уҡыусым ошондай хәбәр яҙып ебәргән:

“Мин дә “Изге подписка”ға үҙ өлөшөмдө индерәйем әле, тип балалар баҡсаһындағы өс хеҙмәт ветеранын һәм күршемдәге 87 йәшлек инәйҙе ярты йылға “Таң” гәзитенә яҙҙырҙым”.

Афарин, Гөлсирә! Бар бит ул, күп бит ул изге күңелле кешеләр!

Ошондай изге эш башҡарған уҡыусыма һәм уның ғаиләһенә Раббыбыҙ фәҡәт уңыштар һәм бәрәкәт, сәләмәтлек һәм бәхеттәр насип итһен! Амин!

“Изге подписка”ға һәр кем ҡушыла ала. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, изге эштәрҙә ярышайыҡ – бер-беребеҙгә “Таң”  нурҙарын таратайыҡ...

Т. Баһауетдинова.

3 бала әсәһе 4 кешене “Таң”ға яҙҙырған!
3 бала әсәһе 4 кешене “Таң”ға яҙҙырған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: