Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Октябрь 2023, 11:00

Гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡ – 2 октябрҙән 12 октябргә тиклем “Рәсәй почтаһы” ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә.

Гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ!

Декада ваҡытында “Таң” гәзитенә яҙылыуҙың ташламалы хаҡы 6 айға - 978,48 һум, ә ветерандарға - 916,68 һум тәшкил итәсәк.

Яратҡан баҫмағыҙға, шул иҫәптән районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә лә, почта аша ла, шулай уҡ онлайн яҙылырға була.

Онлайн яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн “Подписка” бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska) гәзит йәки журналдың баҫма йәки электрон вариантын һайларға һәм тултырырға ғына кәрәк. Электрон баҫма шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

Бынан тыш, “Таң”ға редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙылырға мөмкин.

Белешмә өсөн тел.: 89053544495, 3-52-85.

 

Автор:
Читайте нас: