Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Сентябрь 2023, 19:00

«Гәзиттәге рецептарҙы йыйып барам»

«Таң»ды алдырмаған бер йылым да юҡ, тиһәм дә була. Райондағы яңылыҡтарҙы гәзит аша ғына белеп барам. Башҡа кешеләр, интернеттан уҡыйбыҙ, тиһәләр ҙә, ундағы мәғлүмәттең күплеге мине албырғата. Гәзиттән уҡыу күпкә яҡшыраҡ миңә, - ти Ҡолғана ауылынан Мәүлиҙә Латыпова.

«Гәзиттәге рецептарҙы  йыйып барам»
«Гәзиттәге рецептарҙы йыйып барам»

Гәзит килгәс тә һуңғы биттәрен асып, ҡотлауҙарҙы ҡарап сығам. Хикәйәләр сыҡһа, кинәнеп уҡыйым. Тағы ла рецепттар оҡшай. Улар менән электән ҡыҙыҡһынам, гәзит биттәрендә сыҡҡанын йыйып барам.

Уйында бүләк өсөн түгел, ҡыҙыҡ күреп кенә ҡатнашҡайным, шуға бүләгемде лә һуңыраҡ килеп алырға тура килде. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: