Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Сентябрь 2023, 12:10

“Таң”ды эҙләп Ырымбурҙан да килеп етәләр...

Үткән йомала редакцияға ирле-ҡатынлы икәү килеп инде. “Таң” гәзитен һорайҙар... Ырымбур өлкәһенән икәндәрен әйткәстәр, “Таң” тураһында ҡайҙан беләһегеҙ, тип һорамай түҙмәнем.

“Таң”ды эҙләп Ырымбурҙан да килеп етәләр...
“Таң”ды эҙләп Ырымбурҙан да килеп етәләр...

-Ана, бинағыҙҙың тышына ҙур итеп яҙып ҡуйғанһығыҙ бит, - ти ағай кеше.

-Ә беҙҙең гәзит һеҙгә нимәгә кәрәк? – тейем.

-Һеҙҙең район тураһында нығыраҡ белгебеҙ килә, - тиҙәр.

Һөйләшеп киттек.

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районының Кульчумово (башҡортса нисек булалыр инде – Күлсум – сумған күл, Күлсөм – сөм күл) тигән ауылынан Райым һәм Ғәлимә Ғүмәровтар булып сыҡтылар. Баҡтиһәң, улар шулай Башҡортостанды арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡандар икән. Пенсияла булғас, ваҡыттары килеп сығыу менән сәйәхәткә юлланалар.

-Бөрйәнгә быйыл тәүге тапҡыр 3 июндә аяҡ баҫтыҡ – интернеттан белеп ҡалып, һабантуйығыҙҙа ҡатнаштыҡ. Унда яйлап күреп булмағас, бына Баймаҡ, Йылайыр яҡтарын күреп йөрөнөк тә, бер юлы Бөрйәнде тағы күреп ҡайтайыҡ, тип был яҡҡа боролдоҡ.

Ауылдарығыҙ матур. Өйҙәр төҙөк. Ағиҙел йылғаһы өйҙәр янынан ғына аға бит әле – шуныһы бигерәк матур.

Үҙебеҙгә килгәндә, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Беҙ ял итеп кенә ятмайбыҙ, бизнес тотабыҙ. Малды ике  йыл элек бөтөрҙөк, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ.

Ауылыбыҙ ҙа ҡартайҙы инде – йәштәр ауылда ҡалмай тиерлек. Әле башланғыс мәктәптә 8 бала ғына белем ала. Быйылға ҡалдырып торҙолар, киләһе йыл мәктәпте ябып, балаларҙы автобус менән күрше ауылдағы мәктәпкә йөрөтөргә ниәтләйҙәр. Былай клуб, ФАП бар, - тип ҡыҫҡаса үҙҙәре хаҡында бәйән итте мосафирҙар.

Үҙебеҙҙең район кешеләренең бәғзеләре “Таң”ды алдырмағанда Ырымбур өлкәһе вәкилдәренең, милләттәре буйынса татар кешеләренең, беҙҙең гәзитте уҡыйбыҙ тип эҙләп йөрөүҙәре аптыратты ла, һоҡландырҙы ла.

Әйткәндәй, “Таң” гәзитенә 2024 йылдың тәүге яртыһы өсөн яҙылыу башланды. “Таң”ды һеҙгә икенсе өлкәгә барып эҙләп йөрөргә түгел, почтальондарға мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: