Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Июль 2023, 14:30

Алдан яҙылып ҡуйҙы

Иҫке Собханғол ауылынан Алһыу Алтынбаева был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы.

Алдан яҙылып ҡуйҙы
Алдан яҙылып ҡуйҙы

1 июлдә Башҡортостанда гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына һәм 2024 йылға әлеге хаҡтар буйынса матбуғатҡа алдан яҙылыу кампанияһы башланды һәм ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.


Иҫке Собханғол ауылынан Алһыу Алтынбаева был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы - иң беренселәрҙән булып яҙылып та ҡуйҙы.

Афарин, Алһыу апай!


-“Таң” гәзитен яратып уҡыйым. Алдан хәстәрләп яҙылып ҡуяйым, тим. Редакциянан килеп алыуға яҙылдым, үҙемә лә йәйәү йөрөп әйләнергә сәбәп була. Тәүге шиғырым да "Таң"да сыҡты. Оло кешеләрҙең күбеһен беләм бит, шуға “Нисек йәшәйһең, оло кеше?” рубрикаһын, шиғыр, хикәйәләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Йәйгеһен районда үткән төрлө байрамдар - “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Ҡыҙҙар ҡайтты”, шәжәрә байрамдары тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар сыға. Яңыраҡ үҙем дә Тимер ауылында үткән Алтынбаевтар шәжәрәһенә барып ҡайттым.

"Таң"дың интернет төркөмөн дә ҡарайым. "Класташтар" интернет селтәрендә яҙышам, шиғырҙарымды ебәреп, конкурстарҙа ҡатнашам.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: