Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Май 2023, 19:00

Һәр өйгә “Таң” килеп торһон!

Беҙҙең ошо теләкте хуплап, "Һәр өйгә – "Таң" гәзите!" изгелек акцияһына район хакимиәте белгестәре ихлас ҡушылды.

Һәр өйгә “Таң” килеп торһон!
Һәр өйгә “Таң” килеп торһон!

Капиталь төҙөлөш бүлеге белгесе Розалия Иманғолова менән Опека һәм попечителлек бүлегенең баш белгесе Наилә Миндеғоловалар әсәйҙәренә районыбыҙ гәзитенә подписка бүләк итте. Шулай итеп, Килдеғол һәм Ҡотан ауылдарында "Таң"лы өйҙәр һаны артты!

Һеҙ ҙә "Һәр өйгә – "Таң" гәзите!" изгелек акцияһына ҡушылып,  яҡындарығыҙға йә булмаһа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гәзиткә яҙыла алмаған ғаиләләргә матур, файҙалы бүләк эшләй алаһығыҙ.

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә.

Районыбыҙ көҙгөһө булған "Таң"ға яҙылмай ҡалмағыҙ. 

 

Автор:
Читайте нас: