Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Декабрь 2021, 15:25

Социаль селтәрҙәр ҡағыҙ баҫманы алыштыра аламы?

Интернет тормошобоҙға ныҡлап ингән заманда журналистар ҡағыҙ баҫмалар ғына сығарып ҡалмаҫҡа, ә яңы технологиялар менән дә ҡулланырға тейеш. Заман алымдарына төшөнөү, улар менән ҡулланырға өйрәнеү маҡсатынан ойошторолған уҡыуҙарҙа Башҡортостандың район-ҡала һәм республика баҫмаларынан килгән 80 журналист белем алды. Медиамәктәп Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәттәшлеге ярҙамында ойошторолдо.

Социаль селтәрҙәр ҡағыҙ баҫманы алыштыра аламы?
Социаль селтәрҙәр ҡағыҙ баҫманы алыштыра аламы?

Интернет тормошобоҙға ныҡлап ингән заманда журналистар ҡағыҙ баҫмалар ғына сығарып ҡалмаҫҡа, ә яңы технологиялар менән дә ҡулланырға тейеш.

Заман алымдарына төшөнөү, улар менән ҡулланырға өйрәнеү маҡсатынан ойошторолған уҡыуҙарҙа Башҡортостандың район-ҡала һәм республика баҫмаларынан килгән 80 журналист белем алды.

Медиамәктәп Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәттәшлеге ярҙамында ойошторолдо.

“Һанлы мультимедиялы редакция” медиамәктәбендә “студенттар” онлайн-лекциялар тыңланы. Уларҙы Рәсәй кимәлендәге билдәле спикерҙар алып барҙы. Уҡыуҙың икенсе аҙнаһында беҙ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы бинаһында “интенсив” практика өлөшөнә йыйылдыҡ.

Беҙҙе ”Журналист һәм медиабаҙар” федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, “АиФ” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, Екатеринбургтан "Ишь-Миш" контент-бюроһы етәксеһе Михаил Пономаренко, “Тик-ток без танцев” китабы авторы Ренат Йәнбәков, "КП-Уфа" гәзитенең экс-баш мөхәррире Елена Садыкова, СТС телеканалының СНГ илдәре буйынса программа/контент директоры Әлфиә Байбурина, "Юлдаш" теле-радиоканалының редакторы Илнур Рамаҙанов, “Башинформ” агентлығы белгестәре  уҡытты. Әйткәндәй, спикерҙарҙы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова шәхсән һайлап алған.

"Бәйләнештә", "Класташтар", Инстаграм, Телеграм, Тик-ток кеүек һәр төрлө заманса платформаларҙа эшләү алымдарына барлығы 16 эксперт өйрәтте. Видеолар төшөрөү, уларҙы монтажлау, постар яҙыу, сайтта лонгрид эшләү, статистиканы күҙәтеү, анализлау, дизайн эшләү кеүек күп төрлө форматтарҙы практикала аңлаттылар, төрлө ҡушымталарға һылтанмалар бирҙеләр.

8 көн дауамында барған уҡыуҙар тамамланды. Медиакурс мәктәбен тамамлаусыларға танытмалар тапшырыу тантанаһында төбәктең матбуғат агентлығы башлығы Максим Ульчев та ҡатнашты.


Интернет майҙансыҡтарҙа эшләү тәртибенә өйрәнгән журналистар ваҡыт менән бергә атларға тейеш. Әммә был баҫма матбуғатты инҡар итмәй. Асылда, ул йәшәйәсәк. Ниндәй генә шарттарҙа эшләһәк тә, ниндәй генә заманса майҙансыҡтарҙа мәғлүмәт таратһаҡ та, тап баҫма матбуғат халыҡ күңеленә барып етә, хәтерендә ҡала, төрлө уйҙарға һала ала. Һәр майҙансыҡтағы аудиториябыҙға, гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡарата иғтибарлы булырға тейешбеҙ.

Ә. Юлсурина.

Социаль селтәрҙәр ҡағыҙ баҫманы алыштыра аламы?
Социаль селтәрҙәр ҡағыҙ баҫманы алыштыра аламы?
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: