Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Октябрь 2020, 12:34

2021 ЙЫЛДЫҢ БЕРЕНСЕ ЯРТЫ ЙЫЛЛЫҒЫНА МАТБУҒАТ БАҪМАЛАРЫНА ЯҘЫЛЫУ КАМПАНИЯҺЫ ДАУАМ ИТӘ.

Яратып уҡыған гәзит-журналдарығыҙға, шул иҫәптән "Таң" гәзитенә, өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Компьютерҙан йәки кеҫә телефонығыҙҙан http://rbsmi.ru сайтына инеп, үҙегеҙ теләгән гәзит-журналға яҙыла алаһығыҙ.

Компьютер йәки кеҫә телефоны ярҙамында яҙылыу.
Яратып уҡыған гәзит-журналдарығыҙға, шул иҫәптән "Таң" гәзитенә, өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Компьютерҙан йәки кеҫә телефонығыҙҙан http://rbsmi.ru сайтына инеп, үҙегеҙ теләгән гәзит-журналға яҙыла алаһығыҙ.
Өс айға “Таң”гәзитенә яҙылыу хаҡы – 492,66 һум, алты айға – 985,32 һум. Гәзит почта аша киләсәк.
Ошонда уҡ (http://rbsmi.ru) гәзиттең электрон вариантына ла яҙылырға була. Өс айға - 297 һум, алты айға - 594 һум.
Редакцияға килеп яҙылыу.
Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән: алты айға – 624 һум, өс айға - 312 һум.
Әгәр һеҙ гәзитте редакциянан килеп алыу юлын һайлаһағыҙ, уның хаҡы алты айға 594 һум буласаҡ.
Гәзиткә яҙылырға ярҙам ит!
Ололарҙы, ата-әсәләрҙе хәстәрләп, уларҙың яратҡан баҫмаһы «Таң» гәзитенә яҙылырға ярҙам итеп йәки подписка бүләк итеп, районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаһын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, райондаштар!
Читайте нас: