- Йыл һайын гәзиткә яҙылып торам. Дөрөҫөн әйткәндә, «Таң» гәзите менән бергә ҡартайҙыҡ инде. Гәзитебеҙ килгәс тә, иң тәүҙә беренсе һәм һуңғы биттәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап сығам. Кеше яҙмыштары, йәштәр, уларҙың тормоштары тураһында яҙылған мәҡәләләр бигерәк оҡшай.