-“Таң” – һәйбәт гәзит. Район үҙәгенә йыш йөрөгәс, редакцияға барып алыу юлы менән яҙылдым. Уның ҡарауы, гәзиттең килгәнен көтөп ултырмайым, ә, сыҙамай, үҙем бара һалып алам, ҡайтҡансы уҡып та бөтәм. Гәзитһеҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Пенсия алабыҙ ҙа, ҡатыным “Йәшлек”кә, мин “Таң”ға яҙыла һалабыҙ. Тормошта шаяныраҡ кеше булараҡ, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында уҡырға яратам, көләмәстәр, ауыл хәлдәре тураһында ҡыҙыҡ мәҡәләләр сыҡһа, ҡыуанам.
Донъялар имен булһын, һау булайыҡ, гәзитте алдырайыҡ, уҡыйыҡ!