Етәксе. Кем һуң ул етәксе? Етәксе булып тыуалармы әллә етәксене үҙҙәрендә тыуҙыралармы? Әллә тормош яһаймы етәксене? Ошо хаҡта уйланырға этәргес биреүсе кеше бар. Эргәмдә.
Был хаҡта яҙырғамы-юҡмы, тип оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Шулай ҙа йөрьәт иттем.
Беҙ кешенең күҙенә ҡарап маҡтарға, уға йылы һүҙҙәр әйтергә ниңәлер уңайһыҙланабыҙ бит ул. Өҫтәүенә, етәксенең. У-у, ҡайҙа ул, кешеләр, ярамһаҡлана, тиерҙәр, тип ҡурҡабыҙ.
Етәксене, ғәҙәттә, ҡаты ҡуллы, ҡатыраҡ һүҙле итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Шунһыҙ коллективты нисек тотмаҡ кәрәк, тибеҙ.
...Бынан теүәл бер йыл элек “Таң” гәзитенә етәксе булып йәп-йәш, өҫтәүенә, яулыҡлы ҡатын-ҡыҙ килде.
Эйе, сер түгел, өҫтәгеләргә уның эшләй ала торған кеше икәнлеге, ижтимағи-сәйәси баҫманы дини баҫмаға әйләндермәйәсәге тураһында дәлилләп раҫларға ла тура килде ваҡытында. Сөнки был урынға үҙемде тоҫҡайҙар ине. Әйткәндәй, эш бит яулыҡлы йәки яулыҡһыҙ булыуҙа түгел, уның эсендәгеһенең йөкмәткеһе мөһим.
Тормошта һәр кемдең үҙ урыны бар бит ул. Үҙ урынын тапҡандар ғына эшенән бәхетле була ала. Мин, шөкөр, бөгөн үҙем биләгән урында йөҙөп йөрөп эшләйем, хатта авторҙар ебәргән хаталарҙы төҙәтеүҙән дә йәм табам. Ә бына финанс эштәре, хоҡуҡи яҡтар, ғәфү итегеҙ, минеке түгел... Шуны аңлаған өсөн ул ваҡыттағы район башлығына ла әллә нисә сабып барҙым. Бер әхирәтем, кеше юғарыраҡ урын өсөн сабып йөрөр ине, был, юғары күтәреп ҡуймағыҙ, тип инәлеп сабып йөрөй, тип көлгәйне. Бөгөн уйлап ҡуям – шулай һәр кем үҙ урынын белһә, бәғзеләре, хәленән киләме-юҡмы, ҙурыраҡ урынға ынтылыуҙан алда үҙенең мөмкинлектәрен барлап, эске тауышын тыңлаһа, тормош күпкә ҡыҙығыраҡ һәм күңеллерәк булыр, эш урындарына атлығып тороусылар һәм эшенән йәм табып, башҡаларҙы ла хеҙмәт емештәре, эшкә мөнәсәбәте менән ҡыуандырып йәшәүселәр күберәк булыр ине.
Эйе, атты айһыҙ, киленде йылһыҙ маҡтама, тиҙәр. Берҙән, йыл тулды, икенсенән, был һис тә мәдхиә түгел, ә фәһем, фекер, уйланыуҙар. Халҡыбыҙ ҙа бит, бер олоно, бер кесене тыңла, тигән.
Миләүшә Йәмил ҡыҙының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә ҡарап, һәр кем үҙ урынында ошо бала һымаҡ таҙа намыҫ менән эшләһә, моғайын, илебеҙ ысын-ысындан коммунизмды күргән булыр ине, тип уйлап ҡуям. Юҡ, йәнә шапыртыу түгел, тейере генә.
Һәр мәсьәләнең төбөнә төшөп өйрәнә, өйрәтә йәш етәксебеҙ. Иң мөһиме, етәксебеҙ баштан уҡ кемдең нисә минутҡа эшкә һуңлағанын йәки иртәрәк ҡайтҡанын түгел, ә эшләгән кешеләрҙең тейешле хеҙмәт хаҡын алыуын һәм был хеҙмәт хаҡының мөмкин тиклем ҙурыраҡ булыуын ныҡлы контролгә алды. Ә эшкә һуңлау-һуңламау йәки иртәрәк ҡайтыу-ҡайтмау мәсьәләһе шуға бәйле үҙенән-үҙе хәл ителде. Үҙе өсөн тырышып торған етәксенең битенә төкөрөү, уны һанға һуҡмаҫҡа тырышыу бер кемдең дә башына инеп тә сыҡманы, киреһенсә, хеҙмәт тәртибе нығынды ғына – коллектив үҙенең яҡлаулы икәнен, етәксенең түрә түгел, ысын-ысындан яҡшыраҡ тормошҡа етәкләргә тырышыусы икәнен аңлағас, тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башланы.
Һөҙөмтәлә, инициативалы, көслө саҡтарында йәштәргә йөктө күберәк тейәргә һәм ышаныс белдерергә кәрәк икән тигән уй нығынды.
Юҡ, бәғзе бер етәкселәр кеүек, кешенең йөҙөнән алмай, ризаһыҙлығын да тауыш күтәрмәй, йөрәк тауышы менән генә белдерә һәм, мәлендә әллә ней ҡабул итмәгән һымаҡ булһаң да, үҙең дә һиҙмәҫтән, тартыла, тырыша башлайһың. Һәм былар барыһы ла - етәксене ихтирам иткән өсөн, ихтирам аша. Иң мөһиме, һәр кемгә күтәрә алырҙай йөк йөкләтте, күтәрә алмаҫтайын йөкмәтеп, үҙен дә, бүтәндәрҙе лә ыҙалаттырманы. Эште теүештерә, кем нимәне яҡшыраҡ булдырасағын тоҫмаллай белә.
Сабатаһы ла ишек төбөндә ҡалды, түргә эленмәне - етәкселек эшенә ҡәҙимгесә тотоноп, әллә ҡасандан белгән кеше һымаҡ итеп эшләп алды ла китте Миләүшә Йәмил ҡыҙы. Йәп-йәш көйөнә ошо аҡылды ҡайҙан белә, тиһең, тип аптырап һөйләшкән саҡтарыбыҙ ҙа булғылай Айһылыу Ғарифуллина менән. Ай-һай тыумыштан, тәбиғәттән һалынғандыр, тип ҡуябыҙ.
Был донъяла ярты быуаттан артығыраҡ йәшәү осоронда, сер түгел, етәкселәрҙең һәр төрлөһөн күрергә тура килде.
Юғары белем менән генә етәксе булып булмай икәнен дә тере миҫалдарҙа аңлатты был тормош. Юғары белем генә кешенең мәҙәни кимәлен дә билдәләмәй. Ана, бер ниндәй ҙә абруйлы юғары уҡыу йорттарын тамамламаған ата-бабаларыбыҙ ниндәй аҡыл – мәҡәлдәр, әйтемдәр, ҡыҫҡаһы, беҙгә йәшәү законы ҡалдырған. Аҡыл йә була, йә юҡ. Ана шул аҡылы булмаған юғары белемле етәкселәр ҙә осрап ҡуя шул арабыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һәм... хеҙмәткәрҙәре күңелдәрен һалып түгел, ә етәксенән ҡурҡҡан өсөн тырышҡан урындар ҙа юҡ түгел. Ә күңел һалып эшләү менән ҡурҡҡан өсөн эшләүҙең айырмаһы бик ҙур. Ундай ойошмаларҙағы климат та башҡасараҡ. Йәнә шул тиклем күңел һалып, бөтә булмышын бағышлап эшләгән етәксең эргәһендә үҙең дә тырышыраҡ, өлгөрөрәк булғы, үҙеңә күрһәтелгән ихтирамлы, кешелекле мөнәсәбәткә тап шулай итеп яуап бирге килә икән. Бойороҡтар биреүсе, мәлендә эшләнмәгән эш өсөн саҡырып һыҙырыусы түгел етәксебеҙ, шул эште эшләргә дәртләндереүсе, ҡабат бындай хаталарҙы эшләмәҫкә фиғеле, үҙ миҫалы менән генә аҡыл күндереүсе. Рухландырыусы, күтәрмәләүсе, терәк булыусы... Ҡыҫҡаһы, башһыҙ башлыҡтар рәтендә түгел.
Хужа була белмәһәң, нужа баҫыр, тиҙәр. Шөкөр, йәш етәксебеҙ ошоноң киреһен раҫланы. Үҙенең төпсөрлөгө, яңылыҡҡа ынтылышы менән ул беҙҙә лә яңы технологияларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты, хатта аҡса эшләргә өйрәтте, тиһәк тә хата булмаҫ.
Ләкин шул уҡ ваҡытта ихтирамды йәки абруйҙы ҡурҡытып йәки аҡса биреп яулап булмай. Һин етәкселектән сығыу менән йәки аҡса бирмәй башлау менән ул юҡҡа сығасаҡ. Ә кешелеклек, кешеләр хаҡына хеҙмәт итеү юлы менән яуланған ихтирам мәңгелек. Халыҡ хәтере кеүек үк.
Теге йәки был коллективта исемдәр мәсьәләһе лә төрлөсәрәк хәл ителә. Ҡайҙалыр кеше эшенә ҡарап баһаланһа, ҡайҙалыр - ашына ҡарап та... Атҡаҙанған исемдәр әрһеҙҙәрҙең генә буйы етә торған “бейеклеккә”ме, түбәнлеккәме әйләнеп китмәһен ине ул. Кемдер йылдар буйы баш баҫып эшләп тик йөрөй, кемдер, бур һымаҡ, аш ташып, үҙенә ялтыр-йолтор исемдәр юллау өсөн уңайлы мәл аңдып, хатта ялбарып ғүмер итә.
Юҡ, исемдәр ҙә кәрәкмәй, етәксеңдең көн һайын һиңә атайҙарсамы, әсәйҙәрсәме ысын хәстәрлек менән баҡҡан күҙҙәрен күреү, кешелеклелеген тойоу – үҙе кинәнес икән ул.
...Үҙ ғүмеремдә ошоға тиклем ике етәксенең китергә тейеш икәнлеген белгәс, улар китмәҫ борон уҡ уларҙы һағына, юҡһына башланым. Әйткәндәй, улар икеһе лә 30 йәштәре тирәһендә үк етәкселек йөгөн иңдәренә һалған кешеләр. Береһе – Рөстәм Динислам улы Шәрипов, икенсеһе – Миләүшә Йәмил ҡыҙы Мырҙағолова (Ҡасимова). Шөкөр, изге ниәт менән беҙҙе ваҡытлыса ғына ҡалдырып торасаҡ етәксебеҙ. Инде уның кире килер мәлдәрен яҡынса һанай ҙа башланыҡ инде.
Бына шулай, һағындырып торған етәкселәр ҙә бар, дуҫтар.
Миләүшә Йәмил ҡыҙының йәшенән күпкә аҡыллы булыуы, иплелеге, кешегә хөрмәт менән ҡарауы, һәр кемде шәхес итеп күрә белеүе һәм ундағы бәләкәй генә һәләтте лә үҫтерергә тырышып тороуы һоҡландыра ла, ҡайһы саҡ аптырата ла... Иманлы етәксебеҙҙең был сифаттары Хоҙайҙандыр...
Етәксеһен кеше улай маҡтамай торғандыр инде. Юҡ, маҡтаманым. Кемдер фәһем алһын, кемдер уйланһын, кемдер һоҡланһын, кемдер хатта көнләшһен өсөн яҙҙым, ахыры. Йәштәрҙе әрләргә күнеккәнбеҙ. Бына шулай, ышаныс белдерергә лә кәрәк икән уларға, тимәксемен дә.
...Башта ҡуйған һорауҙарыма тулы ғына яуап таба алманым, шикелле, был яҙмамда. Шулай ҙа уйланырлыҡ ерҙәре бар бит, шулаймы?..
Юҡ, кемдер, был етәксеһенә юхалана, тип уйлаһа, төптө яңылыш фекер – беренсенән, беҙ рухташтар, хеҙмәттәштәр, икенсенән, ундай сифат миңә йоғоңҡорамай – әйтһәм, ошондағы кеүек уйлағанымды әйтәм. Ә был яҙманың һәр һөйләме артына өндәү булып баҫырға әҙермен. Сөнки таланттар яҡлауға мохтаж, ә әрһеҙҙәр былай ҙа юғалып ҡалмай. Ә етәкләй белеү таланты бөгөнгө заманда бик дефицит күренеш. Миләүшә Йәмил ҡыҙының был һүҙҙәрҙән осонмаҫын белгәнгә яҙҙым. Һоҡланған өсөн яҙҙым. Ысын күңелдән... Һәм йәш етәксемдең был юлдарҙы уҡығанда йөҙө алһыуланып, уттай яныуын, үҙенең, эй, Таңһылыу апай, ниңә генә яҙҙығыҙ инде, алып ташлайыҡ, кәрәкмәй, тип әйтерен белһәм дә яҙҙым. Яҙҙым да ҡуйҙым инде! Үәт!