Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Октябрь 2019, 11:41

Бүләк кемгә эләкте?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 октябрь, йәрминкә көндө, почта һәм редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға яҙҙырыу ойошторҙолар. Подписка барған ерҙә иртәнән төшкә тиклем кеше өҙөлмәне, был көндө “Таң”ға 112 (!) райондашыбыҙ яҙылды. Вәғәҙә ителгән бүләк тә үҙ хужаһын тапты – сәхнәлә үткәрелгән уйында 81 йәшлек Лилия Мөхәмәтҡолова еңеп, ҡупшы кәстрүлдәр йыйылмаһы Иҫке Собханғол ауылында ҡалды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 октябрь, йәрминкә көндө, почта һәм редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға яҙҙырыу ойошторҙолар. Подписка барған ерҙә иртәнән төшкә тиклем кеше өҙөлмәне, был көндө “Таң”ға 112 (!) райондашыбыҙ яҙылды. Вәғәҙә ителгән бүләк тә үҙ хужаһын тапты – сәхнәлә үткәрелгән уйында 81 йәшлек Лилия Мөхәмәтҡолова еңеп, ҡупшы кәстрүлдәр йыйылмаһы Иҫке Собханғол ауылында ҡалды. Подписка барышында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Кейекбай ауылы уңғандарының “Әминевтар умарталығы”нан бүләк бал да халыҡ алдында уйнатылып, еңеүсе тип Байназар ауылынан Роза Айытбаева билдәләнде.
“Бәйләнештә” селтәрендәге “Таң” гәзите” төркөмөндә ойошторолған “Таң”ға – таҡмаҡ” конкурсы еңеүселәре лә йәрминкә көндө үҙәк сәхнәлә тәбрикләнде. Урындар түбәндәгесә бирелде: Байғаҙы ауылынан Сәкинә Ҡаһарманова һәм Яңы Монасип ауылынан Нәсимә Сәғитова – 3-сө, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Хәйҙәр Көмөшбаев – 2-се, Яңы Мөсәт ауылынан Гүзәл Һырлыбаева 1-се урын яуланы.
Сара тамамланып, күп тә үтмәне, интернет аша редакцияға хат килеп төштө. Йәрминкә мәлендә “Таң”ға яҙылыусылар араһында уйнатылған төп бүләкте отоусының ҡыҙынан - Яңы Мөсәттән Ғилминур Уразаеванан икән. “Әсәйемдең бөгөн бүләкте алып ҡыуаныуы - беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Байрамға барып, гәзиткә яҙылам, бүләк бирәләр, тип ышанып барған ине. Аяҡтары һыҙлағас, йөрөткө килмәй, алыр нәмәң дә, һатыр әйберең дә юҡ, бүләкте бөтәһенә лә бирмәйҙәр, тиһәк тә, шул тиклем ышанып сыҡты”, - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткергән ул. Беҙ ҙә оҙаҡ уйлап торманыҡ, еңеүсе менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Лилия (исеме нәҡ “я” хәрефе менән яҙыла икән) Байгилде ҡыҙының өйөнә юлландыҡ. Уйын мәлендә бүләкте бер ҡыҙы сығып алған булһа, беҙ барыуға кәстрүлдәре менән “таныштырырға” икенсе ҡыҙын саҡырып та ҡуйған ине инәй.
- Йәрминкә мәлендә күрҙем, тиһәм дә, өҙмәй ҙә ҡуймай, өйгә килеп күр, тип саҡырып алды. Үҙе “Таң”ды гел алдыра, гәзит килә торған көндө почта йәшниген ҡарарға әллә нисәне сығып әйләнә, - ти Нурикамал апай.
-Эйе, “Таң”ды йыл һайын алдырам, бер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Гәзит килһә, бар эшемде ташлап башынан аҙағынаса уҡыйым. Бигерәк тә ололарҙың хәлдәре тураһында, яңылыҡтарҙы уҡырға яратам, - тип һүҙгә ҡушыла Лилия инәй.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: