Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июль 2019, 11:23

“Гәзитте икешәр ҡат уҡып сығам”

Мәһәҙей ауылынан Гөлнара Ҡарасурина “Аҙна һайын – бүләк” конкурсында кейем үтекләү таҡтаһын отто.

Мәһәҙей ауылынан Гөлнара Ҡарасурина “Аҙна һайын – бүләк” конкурсында кейем үтекләү таҡтаһын отто.
- “Таң”ды мин 20 йыл алдырам. “Йәшлек”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” кеүек республика баҫмаларын да алдырмай ҡалғаным юҡ. “Таң”да яҙмыштар, ғибрәтле хәлдәр, матур ғаиләләр тураһында мәҡәләләрҙе, хикәйәләрҙе, сәйәхәтнамәләрҙе яратып уҡыйым. Сәләмәтлек тураһында ла күберәк яҙылһа ине. Әйткәндәй, мин гәзитте икешәр тапҡыр - почта килгәс һәм өҫтәлдә ҡалған аш-һыуҙы ябып ҡуйғас уҡып сығам, - ти еңеүсе, йылмайып.
Читайте нас: