- Гәзитһеҙ ҡалғаным юҡ, йыл да яҙылып барам. Бер тапҡыр ғына яҙылмай ҡалдым, уныһында ла, гәзитһеҙ нисек булыр ине икән, тип кенә. Гәзиттәге белдереүҙәрҙе, ҡотлауҙарҙы, хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы уҡыу оҡшай. Районда үткән саралар тураһындағы мәҡәләрҙе көтөп алам, нисегерәк үткән, кемдәр ҡатнашҡан, кем еңгән, кем бүләк алған икәнен ҡыҙыҡһынып ҡарап барам.